10:00 (UTC+5), 12 Июля 2018

Республикала ауыл урамы байрамы шағир Ирек Кинйәбулатовтың юбилейына арнала

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Шәмбе, 14 июлдә, Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауыл биләмәһендә урам байрамы үтә. Ул күренекле башҡорт шағиры, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың тыуған төйәгендә – Абдулла ауылында был көндәрҙә шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыуҙы билдәләү сиктәрендә уҙғарыла. Байрам иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Байрамда Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаевтың; республиканың халыҡ шағиры, республиканың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаевтың; Башҡорт дәүләт университеты профессоры, драматург, яҙыусы, публицист, Ҡырмыҫҡалы районының почетлы гражданы Тимерғәле Килмөхәмәтовтың; Татарстандың халыҡ шағиры, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Роберт Миңнуллиндың; Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, Ҡырмыҫҡалы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, райондың почетлы гражданы Фәнил Ҡоҙаҡаевтың ҡатнашыуы көтөлә, шулай уҡ Ирек Кинйәбулатовтың тол ҡалған ҡатыны, улы һәм апаһы була.
Абруйлы ҡунаҡтар шағирҙың ҡәберенә барырға, сәскә һалырға күҙаллай. Урындағы Мәҙәниәт йортонда байрамдың тантаналы өлөшө үтә, концерт программаһы ҡаралған.
Ойоштороусылар Иҫке Бәпес, Абдулла ауылдарынан сыҡҡан һәм барлыҡ теләк белдергән яҡташтарын байрамға саҡыра.
Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Диңгеҙ йыйылышының абруйлы ағзаһы Ирек Кинйәбулатовтың арабыҙҙан китеүенә ике йыл үтте, ул 2016 йылдың 2 июнендә бәхил булды. Шағир тыуған төйәгендә, Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылында ерләргә васыят әйтеп ҡалдырған.
http://www.bashinform.ru/news/1185302-v-bashkirii-prazdnik-selskoy-ulitsy-priurochat-k-yubileyu-poeta-ireka-kinyabulatova/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика