16:00 (UTC+5), 11 Июля 2018

Республика театрҙарынан режиссер һәм рәссам Рәсәй Хөкүмәте стипендиаттары булды

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Театр сәнғәте өлкәһендә өс тиҫтәнән ашыу вәкил – Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһынан йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә хөкүмәт стипендияһы лауреаттары иғлан ителде. Был исемлектә Башҡортостандың ике вәкиле бар.
Ай һайын федераль ҡаҙнанан 20 000 һум күләмендә стипендия алыусылар иҫәбендә – быйыл Мостай Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы буйынса «Прометей» спектаклен сәхнәгә ҡуйған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры рәссамы Илнур Слявчин.
Уҙған көндө 2018 йылда ижади йәштәр өсөн дәүләт стипендияһына интернет-конкурс еңеүселәре билдәле булды. Улар иҫәбендә – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаусы, «theТеатр» проекты режиссеры Алһыу Ғәлинә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1184945-rezhisser-i-khudozhnik-iz-teatrov-bashkirii-stali-stipendiatami-pravitelstva-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика