05:30 (UTC+5), 11 Июля 2018

Башҡортостанда Владимир Спиваков фонды тәрбиәләнеүселәре үҙ эштәрен Мәскәүҙәге күргәҙмәлә күрһәтте

БР Мәҙәниәт министрлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ай дауамында Мәскәү Ҡунаҡһарайында «Манеж» музей-күргәҙмә берләшмәһе һәм Сергей Андрияктың Акварель мәктәбе булышлығында Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды ойошторған балаларҙың художество эштәренән торған «Өмөт яҡтыһы» күргәҙмәһе үтте.
Күргәҙмәлә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан – Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән, Санкт-Петербургтан, Башҡортостандан һәм Татарстандан, Урал, Себер, Кавказ аръяғы ҡалаларынан талантлы балаларҙың эштәре тәҡдим ителде.
20 эш республиканың 12 ҡалаһынан һәм районынан Башҡортостан Республикаһында Владимир Спиваков хәйриә фонды проекттарында ҡатнашыусы йәш рәссамдарҙыҡы. Улар – Воронова Полина, Ризванова Рита, Йоносова Әминә, Герасичкина Софья, Нурмөхәмәтова Милена, Думайская Алһыу, Лисицкая Вика, Богданова Регина, Филатова Карина, Шәрипова Карина, Карнаухова Анастасия, Будакова Дарья, Злобин Вадим, Кузнецова Елена, Ноғоманова Азалия.
Өфөлә 2018 йылдың апрелендә үткән «Башҡортостан Республикаһында Владимир Спиваков фонды академияһы» проектында ҡатнашыусыларҙың йыйылма эше күргәҙмәнең төп биҙәктәренең береһе булды.
«Башҡортостандан сағыу һәм талантлы балаларға федераль кимәлдәге абруйлы майҙансыҡтарҙа үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге биреү минең өсөн бик мөһим. Быйыл октябрҙә, «Мәскәү дуҫтарын ҡаршылай» XV халыҡ-ара фестивален асыуҙа Мәскәү халыҡ-ара музыка йортоноң Светланов залында художество эштәрҙең күргәҙмәһе ойошторола. Унда Башҡортостандың йәш рәссамдары ла ҡатнаша» — тип билдәләне фонд директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин.
http://www.bashinform.ru/news/1185070-vospitanniki-fonda-vladimira-spivakova-v-bashkirii-pokazali-svoi-raboty-na-vystavke-v-moskve/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика