11:00 (UTC+5), 09 Июль 2018

Республикала Сергей Аксаков исемендәге әҙәби премияға эштәр ҡабул ителә

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда 2018 йылда Сергей Аксаков исемендәге әҙәби премияға эштәр ҡабул ителә. «С.Т. Аксаков исемендәге әҙәби премия тураһында»ғы положениеға ярашлы бер Премия әҫәрҙәре һәм ижтимағи эшмәкәрлеге «Рәсәй әҙәбиәтенең юғары нәфис һәм рухи-әхлаҡи традицияларына тап килгән, тыуған ергә һәм уның халҡына ҡарата һөйөү идеалдарын раҫлаған һәм бөтә Рәсәйҙә танылыу алған» яҙыусыларға, публицистарға һәм әҙәби тәнҡитселәргә бирелә.
Конкурсҡа эштәрҙе ҡабул итеү ваҡытына тиклем бер йыл алдан айырым китап булып сыҡҡан, матбуғат баҫмаһында баҫылған йәки башҡа юл менән баҫылып сыҡҡан әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре ҡабул ителә. Бер үк эште бер ваҡытта Премияға һәм башҡа дәүләт наградаһына тәҡдим итергә ярамай.
Кандидаттарҙы ижади союздар, йәмәғәт ойошмалары, уҡыу йорттары, мәҙәниәт учреждениелары, киң мәғлүмәт саралары редакциялары, дәүләт власы органдары тәҡдим итә. Авторҙар коллективы дәғүә итә алмай, сөнки Премия шәхсән бер дәғүәсегә бирелә.
Конкурс буйынса үтмәгән эштәр тағы бер тапҡыр Премияға дәғүә итә ала. Шул уҡ ваҡытта документтар ҡабат тапшырыла.
Премияға дәғүә итеүселәр араһында уға лайыҡлылар булмаған осраҡта премия бирелмәй.
Премияға дәғүә итеүгә документтарҙы Комиссия 2018 йылдың 31 июленә тиклем Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46 адресы буйынса Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә ҡабул итә. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 280-86-13 (комиссия секретары).
Конкурс тураһында положениены бында табырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1184327-v-bashkirii-obyavlen-priem-rabot-na-soiskanie-literaturnoy-premii-imeni-sergeya-aksakova/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика