10:00 (UTC+5), 05 Июль 2018

«Мираҫ» ансамбле Парижды һәм француз ҡалаларын яулай

БР Мәҙәниәт министрлығы сайты
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-квартираһында CIOFF (Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороусы халыҡ-ара советы) булышлығында донъяның төрлө мөйөштәренән илдәрҙең һәм төбәктәрҙең матди булмаған мираҫын һәм мәҙәни төрлөлөгөн һаҡлауға арналған «CIOFF® Dances and Music of the World» сараһы үтте. Аргентинанан, Никарагуанан, Индонезиянан, Нигериянан, Франциянан, Чилиҙан, Эстониянан, Рәсәйҙән бейеү һәм музыка коллективтары саҡырылды. Рәсәйҙән ошондай дәрәжәле сәхнәлә сығыш яһау хоҡуғы Өфө ҡалаһының «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленә бирелде.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөтә илдәрҙән ижади номерҙар үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы булды. Париж тамашаһы был сәхнәлә күп ил коллективтарының концерттарын күрҙе. Әммә, байтаҡ тамашасылар фекеренсә, бындай мәҙәниәттәр, костюмдар, бейеүҙәр һәм йыр-моңдар төрлөлөгө күптән юҡ ине.
«Беҙҙең «Мираҫ» ансамбле кисәнең абсолют йондоҙо булды. Ансамбль бөтә залды дәртләндереп ебәрҙе. Йәнле, дәртле, күңелсәк «Сатыр эргәһендә» һәм «Йәшлек» башҡорт бейеүҙәренә аяҡ өҫтө баҫып алҡышланылар. «Калинка» рус халыҡ йырына бөтә зал ҡушылды! Ҡурай көйҙәре йөрәктәрҙе иретте, хатта сара тамамланғас был ҡорал тураһында һораштылар, матур яңғырауы менән һоҡланды, уның моңлолоғо һәм үҙенсәлекле булыуы тураһында һөйләне. Тамашаның һоҡланыуын алҡыштар раҫланы», — тип һөйләнеләр коллективтың матбуғат хеҙмәтендә.
«Донъя бейеүҙәре һәм йырҙары» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә ЮНЕСКО-ның штаб-квартираһында бер нисә рәсми осрашыу булды. Башҡортостан делегацияһы етәксеһе, Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов ЮНЕСКО-ның мәғариф буйынса департаменты директоры Свейн Осттвейт менән осрашты. Осрашыу барышында мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә артабан хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде.
CIOFF президенты Филипп Боссан менән осрашыуҙа 2020 йылда Өфөлә уҙасаҡ Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек һәм уҙғарыу мәсьәләләре өйрәнелде.
Шулай уҡ Париждың «Paris&Co» иҡтисади үҫеш агентлығының баш башҡарма директоры Карина Бидарт менән осрашыу булды. Осрашыу темаһы – ҡалалар араһында туризмды һәм урбанистиканы үҫтереү мәсьәләләрендә хеҙмәттәшлек.
ЮНЕСКО-ның штаб-квартираһында сығыш яһағандан һуң мираҫтар Франция ҡалалары буйлап фестиваль турына юлланды.
http://www.bashinform.ru/news/1182917-ufimskiy-ansambl-miras-pokoryaet-parizh-i-frantsuzskie-goroda/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика