11:24 (UTC+5), 28 Июнь 2018

«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Францияла CIOFF фестивалдәрендә Рәсәй исеменән сығыш яһай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Францияла CIOFF фестивалдәрендә Рәсәй исеменән «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле ҡатнаша.
Данлыҡлы коллектив Парижда «Донъя бейеүҙәре һәм музыкаһы» халыҡ-ара фестивалендә, Францияның төрлө ҡалаларында сығыш яһай.
«Донъя бейеүҙәре һәм музыкаһы» — Фольклор һәм халыҡ ижады фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара советтың (CIOFF) мөһим проекттарының береһе. 28 июндә Генераль дирекция патронаты аҫтында ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында концерт була. Бында төрлө илдәрҙән килгән фольклор коллективтары тамашасыларға донъя халыҡтарының бай мираҫын тәҡдим итә.
Быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелгән абруйлы халыҡ-ара фестивалендә бөтәһе һигеҙ ил: Аргентина, Индонезия, Нигерия, Чили, Никарагуа, Эстония, Франция (Ницца) һәм Рәсәй ҡатнаша. CIOFF президенты Филипп Боссандың саҡырыуы буйынса илебеҙ исеменән «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле сығыш яһай.
Ул Башҡортостан коллективының башҡарыу оҫталығын юғары баһалап, быйыл сентябрҙә Өфөлә Бөтә донъя CIOFF конгресы уҙғарыласағын билдәләне.
Ансамбль алдына 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан Рәсәй халыҡтарының бай мираҫы менән таныштырыу маҡсаты ҡуйыла.
ЮНЕСКО-ның Штаб-фатирында сығыш яһағандан һуң коллектив тағы ла бер нисә фестивалдә ҡатнаша. 2-9 июлдә Роман-сюр-Изер округында «Echanges, Cultures et Traditions du Monde» халыҡ-ара фольклор фестивале уҙа. Унда ҡатнашыуҙан тыш, артистар Бур-де Пеаж ҡалаһының муниципаль социаль үҙәгендә, Borea Romans виллаһында, Морис-фор майҙанында урындағы халыҡ менән осраша, оло йәштәгеләр өсөн анимацияла ҡатнаша, музейҙарға, спектаклдәргә бара.
16 июлдә ансамбль Сегре округына Халыҡ музыкаһы һәм бейеүҙәре фестиваленә юллана. Урындағы халыҡ Ҡырғыҙстан, Алжир, Уругвай, Колумбия кеүек илдәрҙең коллективтары сығышын ҡарай ала.
http://www.bashinform.ru/news/1179987-ansambl-pesni-i-tantsa-miras-iz-ufy-predstavit-rossiyu-na-festivalyakh-cioff-vo-frantsii-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика