07:00 (UTC+5), 22 Июня 2018

Туймазынан «Сәфәр» ансамбле «Байыҡ» башҡорт бейеүе конкурсында Гран-при яуланы

Туймазы районы хакимиәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда «Байыҡ» башҡорт бейеүе республика телевизион конкурсы үтте. Унда өс йәштән 15 йәшкәсә бейеүселәр ҡатнашты. «Байыҡ-2018» конкурсының гала-концерты 21 июндә Өфөләге «Ватан» этно-паркында уҙҙы.
Бер сәхнәлә «Байыҡ»тың төрлө йылдарҙағы еңеүселәре, быйыл финалсылар, Татарстандың, Ҡырғыҙстандың, Осетияның, Чечен Республикаһының, Әстрхандың, Мәскәүҙең иң яҡшы 37 коллективы сығыш яһаны. Иң йәш ҡатнашыусыға өс йәш.
Тәжрибәле һәм талантлы етәкселәр Дамир һәм Әлфиә Ибраһимовтар етәкселегендә Туймазынан «Сәфәр» ансамбле коллективы Гран-при яуланы, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтендә.
«Байыҡ» башҡорт бейеүе конкурсы республикала 2009 йылдан башлап йыл һайын уҙғарылып килә. Ул бер үк исемле боронғо башҡорт бейеүе хөрмәтенә аталған. «Байыҡ» бейеүенең барлыҡҡа килеүе Айҙар Байыҡ сәсәндең исеме менән бәйле.
Проекттың маҡсаты – башҡорт халыҡ бейеүен пропагандалау һәм һаҡлап ҡалыу, балалар араһында хореография сәнғәте ҡаҙаныштарын популярлаштырыу һәм таратыу.
Ойошторолғандан алып проект тамашасылар араһында танылыу яуланы һәм халыҡ-ара статусҡа эйә булды. Фестивалгә республикабыҙҙан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә бейеү коллективтары килә. Конкурс еңеүселәре һәм дипломанттары Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнаша һәм яңы бүләктәр яулай. Күптәре һөнәри белем биреү йорттарында уҡый, республиканың танылған коллективтарында – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамблендә уңышлы эшләй.
«Байыҡ-2009» Гран-прийын яулаусы Рәфис Иҙрисов «Эльбрус – алтын майҙан» халыҡ-ара этник сәнғәт конкурсында беренсе премия яуланы.
Шулай уҡ конкурс республикала художество сәнғәт үҫешенә тос өлөш индерә. Проект ярҙамында 150-нән ашыу яңы бейеү ҡуйылған. Ауыл клубтарында, мәктәптәрҙә, район балалар баҡсаларында балалар хореография ансамблдәре ойошторолған, улар, үҙ сиратында, йәш балетмейстерҙарҙың һөнәри үҫешенә булышлыҡ итә.
Фестивалде ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Өфө хакимиәте, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы.
http://www.bashinform.ru/news/1176925-gran-pri-konkursa-bashkirskogo-tantsa-bayyk-zavoeval-ansambl-safar-iz-tuymazov/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика