13:00 (UTC+5), 22 Июня 2018

Республиканың дәүләт һәм уның халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы гранттарын алыуға ғаризалар ҡабул ителә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Башҡортостанда республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы гранттарын алыуға ғаризалар ҡабул итеү башланды. Бынан алда республика башлығы Рөстәм Хәмитов ошондай проекттарға булышлыҡ итеү тураһында тейешле указға ҡул ҡуйғайны. Уның ҡушыуы буйынса Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы дәүләт ярҙамы сараларын тапшырыу тәртибен әҙерләне.
Ведомствола асыҡлыҡ индереүҙәренсә, республика башлығы гранттарына мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәләрендә республиканың дәүләт һәм уның халыҡтары телдәрен, шулай уҡ төбәктән ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эшмәкәрлек алып барған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиелар дәғүә итә ала.
Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 2-23 июлдә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының этномәҙәни үҫеш һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлегендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем ҡабул ителә. Ярҙамдың дөйөм суммаһы — 50 миллион һум. Гранттар түбәндәге йүнәлештәр буйынса субсидиялар формаһында бирелә:
— республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен, шулай уҡ төбәктән ситтә башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә, популярлаштырыуға йүнәлтелгән яңы мәҙәни мәғариф һәм ғилми проекттар булдырыу һәм тормошҡа ашырыу;
— рус теле һәм әҙәбиәтен, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен уҡытыу һәм өйрәнеү методикаларын тикшереү һәм әҙерләү;
— рус һәм башҡорт телдәрен, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү, популярлаштырыу өлкәләрендә мәҙәни, мәғариф, нәшриәт, мәғлүмәт, телгә яраҡлашыу һәм башҡа проекттар, программалар әҙерләү;
— республиканан ситтә башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлау, сит илдәрҙә башҡорт диаспораларының эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү; халыҡ-ара, мәҙәни һәм фәнни бәйләнештәрҙе һәм хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, туған телдәрҙе уҡытыу һәм өйрәнеү йәһәтенән үҙ-ара файҙалы мәғлүмәт һәм тәжрибә менән алмашыу;
— Башҡортостандың дәүләт һәм уның халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән билдәле эшмәкәрҙәрҙең хәтерен мәңгеләштереү;
— Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт ҡаҙаныштарын пропагандалау һәм үҫтереү.
Республика башлығы гранттарын алыуға конкурс 2018 йылдың 1-14 авгусында уҙа.
http://www.bashinform.ru/news/1177235-v-bashkirii-obyavlen-priem-zayavok-na-soiskanie-grantov-glavy-rb-napravlennykh-na-sokhranenie-i-razv/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика