10:21 (UTC+5), 20 Июня 2018

Башҡортостанда һәм Силәбе өлкәһендә мәғрифәтсе Зәйнулла Рәсүлевҡа арналған халыҡ-ара ғилми конференция уҙғарыла

rosmuslim.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм Хөкүмәте булышлығында 4-7 июлдә «Рәсәйҙәге традицион Ислам һәм билдәле башҡорт ғалимы, дин белгесе, мосолман донъяһының мәғрифәтсеһе шәйех Зәйнулла Рәсүлев» халыҡ-ара ғилми конференцияһы ойошторола.
Конференцияны асыу тантанаһы һәм пленар ултырыш 5 июлдә Өфөлә була. 6 июлдә Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында тантаналы саралар уҙғарыла. 7 июлдә Учалы ҡалаһында тантаналар ойоштороу, Зәйнулла Рәсүлевтың тыуған төйәгенә һәм изге Әүештауға барыу күҙаллана.
Ойоштороусылар — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы дин эштәре буйынса совет, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Халыҡ-ара ислам бизнесы ассоциацияһы.
http://www.bashinform.ru/news/1175549-v-bashkirii-i-chelyabinskoy-oblasti-proydet-mezhdunarodnaya-nauchnaya-konferentsiya-posvyashchennaya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика