10:33 (UTC+5), 13 Июнь 2018

Өфөлә «Журналистика – беҙҙең яҙмышыбыҙ» конкурсы лауреаттары бүләкләнде

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөгөн, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан, Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы үтте. Унда республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы вәкилдәре, «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто директоры Венера Хәкимова, Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, республиканың төп киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре, журналистар ҡатнашты. Был көндә Матбуғат йортоноң туғыҙынсы ҡатында Башҡортостан Журналистар союзының яңы бинаһын асыу тантанаһы булды.
Һуңынан Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге йорт-музейҙа Рәсәй журналистар союзының 100 йыллығына арналған «Журналистика – беҙҙең яҙмышыбыҙ» республика конкурсы лауреаттарына дипломдар тапшырылды. Тантанаға күп йылдар тармаҡта фиҙаҡәр хеҙмәт иткән Башҡортостан журналистикаһы ветерандары саҡырылғайны.
Салауат ҡалаһының «Һайлау» гәзитенән Зәбир Исламов, «Благовар хәбәрҙәре» район гәзите мөхәррире Лира Ғафарова, «Ватандаш» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Сәлимйән Бәҙретдинов «Журналистика – беҙҙең яҙмышыбыҙ» конкурсының өсөнсө дәрәжә дипломдарына лайыҡ булды.
«Ейәнсура таңдары» район гәзитенең бүлек мөдире Виктория Демидова (Куянова) «Немного бомж, немного дипломат» тигән эше һәм Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин «Башҡортостандың алтын тауышы» Әхәт Мортазиндың тормошо һәм ижады тураһында сюжеты өсөн конкурста икенсе урынды алды.
«Яңылыҡтар — беҙҙең һөнәребеҙ» китабы өсөн «Башинформ» агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары Алик Шакиров «Журналистика – беҙҙең яҙмышыбыҙ» конкурсы еңеүсеһе тип танылды.
Кесаҙна, 14 июндә, республика киң мәғлүмәт саралары журналистары Ҡариҙел районында йолаға әүерелгән «Журфест» байрамында ҡатнаша.
http://www.bashinform.ru/news/1173046-v-ufe-nagradili-laureatov-konkursa-zhurnalistika-nasha-sudba/
1 из 11
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика