07:25 (UTC+5), 09 Июня 2018

«Урал моңо» конкурсының Гран-прийын Ҡаҙағстандан Рәсүл Ҡорбанов яуланы

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Урал моңо» халыҡ-ара конкурс-фестиваленең Гран-прийын Ҡаҙағстандан Рәсүл Ҡорбанов яуланы. Еңеүсегә 205 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.
Фестивалдә ул «Һин мине иҫләрһеңме» лирик йыры аша уйғыр халҡының музыкаль мәҙәниәте менән таныштырҙы. Рәсүл Чайковский исемендәге Алматы музыкаль колледжын тамамлаған. Билдәле «Дилдар» йәштәр төркөмө ҡатнашыусыһы, байтаҡ конкурстарҙа еңеүсе булған.
Фестиваль концерты Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙҙы. Ҡатнашыусыларҙы композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Урал Иҙелбаев рәйеслегендәге жюри баһаланы.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «солист-йырсы» номинацияһында беренсе урынға Сайзана Сюрюн (Тыва Республикаһы), Тимур Рамазанов (Башҡортостан), «вокаль һәм вокаль-инструменталь коллектив» номинацияһында — «Zaman» (Мәскәү), «солист инструменталист, инструменталь коллектив» номинацияһында Артур Семенов TON SAKHA (Саха Республикаһы (Яҡутстан) лайыҡ булды.
Икенсе урынды «солист-йырсы» номинацияһында — Рәфис Сирусин (Башҡортостан), Ерден Жаксыбеков (Ҡаҙағстан Республикаһы) алды; «вокаль һәм вокаль-инструменталь коллектив» — Юнир Һағынбаев һәм Зәлиә Ғәниәтуллина (Башҡортостан); «солист инструменталист, инструменталь коллектив» — «Йатаған» төркөмө (Башҡортостан), «Мурагер» этно-фольклор ансамбле (Ҡаҙағстан Республикаһы).
Өсөнсө урынды «солист-йырсы» номинацияһында Жанар Туратова (Ҡырғыҙстан), Жанэтта Тонова (Алтай), Азиз Юлдашев (Үзбәкстан) яуланы; «вокаль һәм вокаль-инструменталь коллектив» — «Istanbul Ruyasi» этно-төркөмө (Төркиә Республикаһы); «солист инструменталист, инструменталь коллектив» — Заһир Зәйнетдинов (Башҡортостан).
Артур Семенов TON SAKHA (Саха Республикаһы (Яҡутстан), Жанэтта Тонова (Алтай), Илдар Жамалов (Башҡортостан, Учалы ҡалаһы) «Туран Дунияси» халыҡ-ара йәмәғәтселек фонды дипломына лайыҡ булды.
Абай Амирханов исемендәге исемле диплом һәм махсус бүләк – ҡаҙаҡтарҙың милли уйын ҡоралы думбыра Ишембай районынан Ләйсән Ғәлимоваға тапшырылды.
http://www.bashinform.ru/news/1171687-gran-pri-ural-mono-zavoeval-rasul-kurbanov-iz-kazakhstana/
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика