12:13 (UTC+5), 08 Июня 2018

Таңсулпан Ғарипова Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеменә лайыҡ булды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Таңсулпан Ғарипова Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы булды. Бөгөн Өфөлә республика башлығы Таңсулпан Ғарипованы ошо маҡтаулы исем менән бүләкләне.
Таңсулпан Ғарипова — Зәйнәб Биишеванан һуң «республиканың халыҡ яҙыусыһы» тигән абруйлы исемде алған икенсе ҡатын-ҡыҙ яҙыусы.
«Был минең өсөн бик тулҡынландырғыс булды. Проза яҙыу — ауыр хеҙмәт, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ өсөн. Бер яҡтан, үҙем, икенсенән, әлеге көндө көткән уҡыусыларым өсөн шатмын. Ошо дан әҫәрҙәремде уҡыусыларға, халҡыма кәрәк, — тине яҙыусы «Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһенә. — Был юғары исем Баймаҡ районына, республикабыҙға тәүге башҡорт Әлифбаһы авторы, билдәле телсе Абдрахман Ғәлләмов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев кеүек танылған шәхестәр биргән тыуған ауылым Күсейгә лә абруй өҫтәй».
Таңсулпан Ғарипова — билдәле башҡорт яҙыусыһы, драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1986 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Яҙыусы үҙенең «Бөйрәкәй» китабы өҫтөндә ете йыл самаһы эшләне, һуңыраҡ ул пенталогияға әүерелде. Ул башҡорт әҙәбиәтендә сағыу һәм үҙенсәлекле күренеш булды. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ тарихи тасуирлана, изгелек һәм яманлыҡ араһындағы мәңгелек көрәш яҡтыртыла, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иҫтә ҡалырлыҡ, сағыу образдары тыуҙырыла. 2004 йылда «Бөйрәкәй» «Йыл әҫәре» тип иғлан ителде һәм шунда уҡ халыҡ һөйөүен яуланы. 2006 йылда ошо романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде.
http://www.bashinform.ru/news/1171429-tansulpan-garipova-stala-narodnym-pisatelem-bashkortostana/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика