ӨФӨ, 2018 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә төрки йәштәренең «Урал моңо-2018» халыҡ-ара конкурс-фестивале башланды.
Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында ҡунаҡтарҙың – фестивалдә ҡатнашыусыларҙың танышыу кисәһе, шулай уҡ ҙур форумды асыу тантанаһы булды.
Унда абруйлы ҡунаҡтар – Рәсәй дәүләт Халыҡ ижады йорто директоры урынбаҫары Андрей Беляев һәм Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты. Байрам күренекле музыкант Морат Джанизаков башҡарыуында ҡурай көйөнә асылды.
Башҡортостанға яҡындағы сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән – Төркиәнән, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Саха (Яҡут), Дағстан, Хакасия, Алтай, Тыва, Татарстан, Башҡортостан республикаларынан, Мәскәүҙән һәм Әстрхан өлкәһенән иң яҡшы ижади коллективтар һәм башҡарыусылар йыйылды.
Бәйгеселәр өсөн кисә йәрәбә тартыуҙан башланды. Ҡатнашыусыларға ысын квест үтергә тура килде. Фестивалдә ҡатнашыусыларға берешәр мискә бал алырға тәҡдим иттеләр, уларҙың һәр ҡайһыһына һан яҙылған. Улар буйынса ҡатнашыусылар «Ете күк» күҙәтеү тәгәрмәсе кабиналарына үтте. Халыҡ-ара конкурста йәрәбә тартыуҙың нәҡ бында үтеүе символиклы, сөнки түңәрәк – бөтөнлөк һәм берҙәмлек символы, бөгөн бер майҙансыҡта туғандаш халыҡтарҙы берләштерҙе. Һәр кабинала ҡатнашыусыларҙы милли кейемдә гүзәл башҡорт ҡыҙҙары бүләккә «Башҡорт халҡының алтын мираҫы» музыкаль баҫма менән ҡаршы алды. Ошо баҫма биттәрен ҡарап, бәйгеселәр үҙҙәренең нисәнсе булып сығыш яһаясағын белде.
Йәрәбә буйынса бөгөн конкурста беренсе булып Саха (Яҡут) Республикаһынан Ольга Спиридонова сығыш яһай.
- Миңә иң һуңғы булып сығыш яһарға тура килә, әммә кәйефем күтәренке. Өфө – ҡунаҡсыл ҡала, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ҡырғыҙстандан башҡарыусы Рәсүл Ҡорбанов.
- Ойоштороусыларға шундай иҫ киткес фестиваль өсөн рәхмәт. Бөтәһе лә бик оҡшай, — тип һөйләй Ҡаҙағстан Республикаһынан «Мурагер» этно-фольклор ансамбле музыканттары.
Форумдың тәүге көнө башҡорт эстрадаһы йондоҙо, «Урал моңо» жюрийы рәйесе Диана Ишниязованың сығышы менән тамамланды.
«Төрки музыка донъяһындағы ғәйәт ҙур ваҡиға йәнә аралашыу, халыҡтар араһында дуҫлыҡты үҫтереү һәм нығытыу өсөн сикһеҙ мөмкинлектәр асты, — тип билдәләне Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат секретары Әлфинә Йәһүҙина. — Алда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы төрки халыҡтарының бай мәҙәниәтен сағылдырған бынан да йөкмәткеле программа көтә».
8 июндә иртәнге сәғәт 10-да һайлап алыу тыңлауҙары башланды. Ә киске сәғәт 7-лә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе бүләкләйҙәр.
Фестиваль «Рәсәй мәҙәниәте (2012-2018 йылдар)» федераль маҡсатлы программаһы һәм 2020 йылда Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыуға әҙерлек сиктәрендә үткәрелә.
http://www.bashinform.ru/news/1171066-v-ufe-startoval-mezhdunarodnyy-konkurs-festival-tyurkskoy-molodezhi-ural-mo-o-2018/