08:17 (UTC+5), 08 Июня 2018

Өфөлә Милләттәр әйлән-бәйләне Рәсәй рекордына дәғүә итә, республика халҡын ҡатнашырға саҡыралар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.Өфөлә Милләттәр әйлән-бәйләне Рәсәйҙең Рекордтар китабына ғариза биргән. Был хаҡта «Евразия йөрәге» фестивале буйынса матбуғат конференцияһында Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов хәбәр итте.
Ойоштороусылар быйыл ҡатнашыусылар һаны уҙған йылға ҡарағанда күберәк булыр тип ышана. Күмәк рекордты теркәү өсөн Өфөгә Рәсәй Рекордтар китабының баш мөхәррире Станислав Коненко килә. Милли кейемдә килгәндәргә рекордта ҡатнашты тигән сертификат бирелә.
9 июндә Өфөлә «Евразия йөрәге-2018» халыҡ-ара сәнғәт фестивале барышында Милли кейем байрамы ойошторола. Ҡатнашыусылар Зәки Вәлиди урамы буйлап Салауат Юлаев майҙанынан алып Конгресс-холға тиклем атлап бара, һуңынан амфитеатрға төшә.
Бында улар ҙур Милләттәр әйлән-бәйләненә йыйыла. Унда Башҡортостанда йәшәгән 40-тан ашыу милләт вәкиле: башҡорттар, рустар, татарҙар, сыуаштар, поляктар, украиндар һәм башҡалар ҡатнашыр тип көтөлә. Республиканың баш ҡалаһына милли-мәҙәни үҙәктәрҙә ҡатнашыусылар саҡырылған.
Милли кейем байрамына Бенин, Нигерия, Һиндостан, Колумбия, Вьетнам һәм башҡа илдәрҙән белем алған студентар ҙа ҡушыла.
Әйлән-бәйләндән һуң байрамды «UFA-KURAIFEST» концерты дауам итә.
http://www.bashinform.ru/news/1170860-v-ufe-khorovod-natsionalnostey-pretenduet-na-rekord-rossii-zhiteley-respubliki-priglashayut-k-uchast/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика