11:09 (UTC+5), 08 Июня 2018

12 июндә Өфөләге «Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркына инеү бушлай

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 12 июндә Өфө 444-се тыуған көнөн һәм Рәсәй көнөн билдәләй. Июнь айында Салауат Юлаев көндәре лә билдәләнә. Бынан тыш, баш ҡалабыҙҙағы «Рәсәй – минең тарихым» мультимедиалы тарихи паркына теүәл бер йыл тула. Ошо уңайҙан паркка иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 7-гә тиклем бушлай инергә мөмкин.
«Көндөҙгө сәғәт 12-лә концерт программаһы башлана. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн «Million Voices» вокал академияһы, «Art-dance and Voice» эстрада бейеүе һәм йыр студияһы уҡыусылары, «Спартанлылар» коллективы сығыш яһай, парктан һәм уның партнерҙарынан бүләктәр уйнатыла», — тип һөйләнеләр «Рәсәй – минең тарихым» паркының матбуғат хеҙмәтендә.
Төп экспозицияларҙан тыш, тарихи паркка килгән кешеләр художестволы эштәр күргәҙмәһен ҡарай ала.
http://www.bashinform.ru/news/1171400-12-iyunya-vkhod-v-ufimskiy-istoricheskiy-park-rossiya-moya-istoriya-budet-besplatnym/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика