04:40 (UTC+5), 07 Июня 2018

Өфөлә «Башҡортостандың иҫ киткес кешеләре» интернет-ресурсы эшләй башлай

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республикала «Башҡортостандың иҫ киткес кешеләре» интернет-ресурсы эшләй башлай. Инициаторы – Башҡортостандың «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы.
Проекттың маҡсаты – үҙенең кесе Ватаны тарихында беленерлек эҙ ҡалдырған һәм йәмғиәт үҫешенә, Башҡортостандың уңышлы үҫешеүенә ныҡышмалы, намыҫлы ҙур өлөш индергән йәки әле лә шуның менән шөғөлләнгән республиканың талантлы, абруйлы, юғары сифаттарға эйә кешеләре тураһында һөйләү, тип аңлаттылар учреждениеның матбуғат хеҙмәтендә.
Интернет-ресурста Башҡортостан Республикаһының иҫ киткес кешеләре тураһында мәғлүмәти материалдар (биографиялары, хәтирәләр, очерктар, мәҡәләләр) урынлаштырыу күҙаллана.
Ҡулъяҙмалар (шул иҫәптән һүрәттәр) электрон вариантта, шулай уҡ баҫылған формала ла ҡабул ителә, күләме – рус, башҡорт һәм татар телдәрендә өс биттән артмаҫҡа тейеш. Ҡулъяҙмаларҙы түбәндәге адрес буйынса ебәрергә кәрәк: 450006, Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 55, йәки электрон почтаға: imena@bashenc.ru.
Килгән материалдар нигеҙендә 2018 йылдың 31 авгусына тиклем электрон ресурстың һынау төрөн эшләтеп ебәреү күҙаллана. Ул артабан камиллашасаҡ һәм тулыланасаҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1170338-v-bashkortostane-zapuskaetsya-internet-proekt-zamechatelnye-lyudi-bashkortostana/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика