08:00 (UTC+5), 07 Июня 2018

Эльвира Ишморатова: «Өфө моданың танылған баш ҡалаһы булып бара»

Эльвира Ишморатова тәҡдим иткән фотолар
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө моданың танылған баш ҡалаһы булып бара. Ошо хаҡта сайз-модель Эльвира Ишморатова Өфөлә сираттағы проектты уҙғарғандан һуң белдерҙе.
Башҡортостандың баш ҡалаһында күренекле дизайнерҙарҙың яңы коллекцияларының премьераһы булды. Матурлыҡ көндәре сиктәрендә Өфөлә «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында Эльвира Ишморатованың Stikhia студияһы ҙур халыҡ-ара проект тәҡдим итте.
Тәүгә Өфө подиумына балалар һәм ир-егеттәр коллекциялары сыҡты.
«Минең Өфөләге тәүге мода күрһәтеү саралары ҡыҙҙарҙың һәм ҡатындарҙың үҙ комплекстарынан һәм ҡурҡыуҙарынан арыныуға арналғайны. Хәҙер моделдәрем мода күрһәтеүҙәрҙә ҡатнашып ҡына ҡалмай, яңы бренд йөҙҙәре булып һанала һәм мин шуның менән ғорурланам, — тип һөйләй Эльвира. — Яратҡан ҡалабыҙҙа Рәсәй һәм донъя мода коллекцияларының премьералары үтә. Беҙҙең төбәк тәүгә юғары кимәлдәге дизайнерҙарҙы йәлеп итә, яңы мода йүнәлештәре ҡуя».
Өфөләге проектта Белорусся модельеры, Мәскәүҙә Халыҡ-ара таланттар, моделдәр һәм дизайн форумында Пьер Кардендан Алтын миҙал яулаған Наталия Гайдаржи; CoupletuyStyle – Өфөлә башҡорт этностилендә заманса кейем бренды; «Сәлихә» – апалы-һеңле Батпеновтарҙың мосолман кейемдәре проекты (Аҡтүбә, Ҡаҙағстан) ҡатнашты.
Модалы сараны «Guzal-dance» бейеүҙәре һәм талантлы ҡурайсы Морат Джанизаковтың уйнауы биҙәне.
Эльвира Ишморатова — fashion-модель, Stikhia студияһы — тәбиғи матурлыҡты пропагандалаусы проекттың етәксеһе, халыҡ-ара матурлыҡ конкурстары еңеүсеһе, Moscow Fashion Week, Estet FashionWeek, Belarus Fashion Week ҡатнашыусыһы.
http://www.bashinform.ru/news/1170576-elvira-ishmuratova-ufa-stanovitsya-priznannoy-stolitsey-mody/
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика