07:15 (UTC+5), 06 Июнь 2018

Өфөлә балалар өсөн «Байыҡ» башҡорт бейеү конкурсының гала-концерты төрлө йылдарҙағы еңеүселәрҙе йыя

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Байыҡ» республика телевизион башҡорт балалар бейеү конкурсы үтә. Унда өс йәштән 15 йәшкәсә башҡарыусылар ҡатнаша. «Байыҡ-2018» конкурсының гала-концерты 21 июндә Өфөләге «Ватан» этно-паркында киске сәғәт 6-ла уҙа.
Бер сәхнәлә «Байыҡ»тың төрлө йылдарҙағы еңеүселәре, быйылғы финалсылар, Татарстандың, Ҡырғыҙстандың, Осетияның, Чечен Республикаһының, Әстрхандың, Мәскәүҙең иң яҡшы коллективтары сығыш яһай. «Байыҡ»тың иң йәш ҡатнашыусыһына өс йәш.
«Байыҡ» башҡорт бейеү конкурсы Башҡортостан Республикаһында 2009 йылдан йыл һайын уҙғарыла. Конкурс бер үк исемле боронғо башҡорт бейеүе хөрмәтенә аталған.
«Байыҡ» бейеүенең барлыҡҡа килеүе Айҙар Байыҡ сәсәндең исеме менән бәйле.
Проекттың маҡсаты – башҡорт халыҡ бейеүен пропагандалау һәм һаҡлап ҡалыу, балалар араһында хореография сәнғәте ҡаҙаныштарын популярлаштырыу һәм таратыу.
Проект ойошторолғандан алып ул тамашасылар араһында танылыу яуланы һәм халыҡ-ара статусҡа эйә булды. Фестивалгә республикабыҙҙан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә бейеү коллективтары килә. Конкурс еңеүселәре һәм дипломанттары Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнаша һәм яңы бүләктәр яулай. Күптәре һөнәри белем биреү йорттарында уҡый, республиканың танылған коллективтарында – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамблендә уңышлы эшләй.
«Байыҡ-2009» Гран-прийын яулаусы Рәфис Иҙрисов «Эльбрус – алтын майҙан» халыҡ-ара этник сәнғәт конкурсында беренсе премия яуланы.
Шулай уҡ конкурс республикала художество сәнғәт үҫешенә тос өлөш индерә. Проект ярҙамында 150-нән ашыу яңы бейеү ҡуйылған. Ауыл клубтарында, мәктәптәрҙә, район балалар баҡсаларында балалар хореография ансамблдәре ойошторолған, улар, үҙ сиратында, йәш балетмейстерҙарҙың һөнәри үҫешенә булышлыҡ итә.
Фестивалде ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Өфө хакимиәте, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы.
http://www.bashinform.ru/news/1170001-v-ufe-gala-kontsert-detskogo-konkursa-bashkirskogo-tantsa-bayyk-soberet-pobediteley-raznykh-let/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика