12:15 (UTC+5), 04 Июнь 2018

Бөрөлә «Ваҡыт йылғаһы» тарихи реконструкция фестивале бер нисә мең тамашасыны йыйҙы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. 1-3 июндә Бөрө районының Десяткин ауылында III «Ваҡыт йылғаһы» халыҡ-ара тарихи реконструкция фестивале үтте. Ойоштороусылар әйтеүенсә, унда Рәсәйҙең 15 төбәгендәге 30 клубтан 300-ҙән ашыу реконструктор ҡатнашты. Быйыл фестивалгә Силәбе өлкәһенән, Сыуаш Республикаһынан, Пермь крайынан, Һамар өлкәһенән, Волгоградтан, Дондағы Ростовтан, Санкт-Петербургтан, Мәскәүҙән һәм башҡа ҡалаларҙан, төбәктәрҙән ҡунаҡтар килде.
Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй халыҡ мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәре Профессиональ союзының төбәк ойошмаһы, Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге, Бөрө районы хакимиәте фестивалдең ойоштороусылары булды.
«Ваҡыт йылғаһы» бер нисә мең тамашасыны йыйҙы. Сиктәш төбәктәрҙә йәшәүселәр ҙә тарихи алыштарҙың реконструкцияһын ҡарарға килде.
«Ваҡыт йылғаһы» фестивале, «йәш» булыуына ҡарамаҫтан, республиканан ситтә ярайһы уҡ билдәле. Былтыр Волга буйы һәм Урал федераль округтары төбәктәре араһында Russian Event Awards ваҡиғалы туризм өлкәһендә милли премия бүләктәре менән билдәләнде.
«Ваҡыт йылғаһы-2018» фестивале Рәсәй Хәрби-тарихи йәмғиәт грантын отто, Рәсәйҙең Милли ваҡиғаһы статусын алып, Рәсәй ваҡиғаларының милли календарына инде. Бынан тыш, ул «Рәсәй буйлап сәйәхәт итергә ваҡыт-2018» йыйынтығына индерелгән, унда илдең иң мөһим мәҙәни ваҡиғалары тәҡдим ителгән.
Ойоштороусылар тамашасылар өсөн күргәҙмәләр һәм йәрминкәләр, концерт программаһын һәм, әлбиттә, тарихи бәрелештәр әҙерләгән.
Тамашасыларға төрлө тарихи дәүерҙәрҙән дүрт алыш реконструкцияһын күрһәттеләр: XVII быуатта дәүләт һәм ирекле кешеләрҙең һуғышы, 1812 йылдағы Ватан һуғышының эпизоды, викингтар көрәше һәм 1943 йылдың 10 июлендә Псел йылғаһында булған һуғыш.
Фестивалдә ҡатнашыусылар реконструкцияның ҡиммәт «күңел асыу» сараһы булыуын таный. Атап әйткәндә, Верхмахт офицерының костюмы мең евронан ашыу тора – дәүер менән оҡшашлыҡҡа килтереү өсөн костюмға буҫтауҙы сит илдән алып килергә тура килә.
Бөйөк Ватан һуғышы дәүере – финанс йәһәттән иң ҡиммәтлеләрҙең береһе. Ҡоралдар һәм техника күп аҡса талап итә. Хәрби ҡоралдар, әлбиттә, бында юҡ – уны макеттар алмаштыра. Нимәгәлер заказ бирәләр, шул иҫәптән сит илдә, нимәнелер үҙ ҡулдары менән эшләргә тура килә.
1812 йылдағы Ватан һуғышын реконструкциялау ҙа ныҡ осһоҙ түгел. Унан да ҡармарлыраҡ костюмдарҙы һәм ҡоралдарҙы тергеҙергә мөмкинлек биргән һыҙымдарҙы табыу.
«Ни өсөн беҙ бының менән шөғөлләнәбеҙ? Кемдер хәрби тарих менән ҡыҙыҡһына, кемгәлер усаҡ янында ултырыу оҡшай – был улар өсөн ваҡиғалы туризм. Кемделер мундир тегеү мауыҡтыра, ә кемдәрҙелер – гөрһөлдәгән ҡорал. Беҙ матур дәүерҙе тергеҙәбеҙ», — тип һөйләй хәрби тарихсы, Рәсәй хәрби-тарихи берләшмәһенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе рәйесе, «Өфө йәйәүлеләр полкы» клубы етәксеһе Рәмил Рәхимов.
Фестивалде ойоштороусыларҙың, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы тарихсыларының уй-ниәттәре ғәйәт ҙур. «Бөрө уҡсылары» клубын ойоштороу һәм йыл һайын уҙғарылған байрам менән сикләнергә уйламайҙар.
Дөйөм тарих кафедраһы мөдире Илдар Аҡбулатов һөйләүенсә, Бөрө эргәһендә асыҡ һауала музей асырға күҙаллайҙар. Ниәттәре буйынса, комплексҡа неолиттан башлап төрлө дәүер төҙөлөштәре инә. Киләсәктә – финанслау табып булһа – Бөрө ҡәлғәһе лә тергеҙеләсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1168660-festival-istoricheskoy-rekonstruktsii-reka-vremeni-v-birske-sobral-neskolko-tysyach-zriteley/
1 из 13
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика