05:55 (UTC+5), 01 Июня 2018

«Мәҙәни миҙгел. Башҡортостан буйлап сәйәхәт» проекты эше Рәсәй география йәмғиәте конкурсы финалына сыҡты

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Мәҙәни миҙгел. Башҡортостан буйлап сәйәхәт» проекты эше Рәсәй география йәмғиәте конкурсы финалына сыҡты. Йыл һайын уҙғарылған «Иң матур ил» фотоконкурсы – Рәсәйҙең ҡырағай тәбиғәтен һаҡлауға һәм тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә арналған Рәсәй география йәмғиәтенең ҙур медиа-проекты.
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы операторы-фоторәссамы Олег Меньковтың «Көтөү» исемле эше «Мәмерйәләр» номинацияһында иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Фотола Шүлгәнташ мәмерйәһенең һүрәттәр залында көнсығыш диуарындағы үҙәк композиция, палеолит рәсеме һынландырылған.
«Фото «Мәҙәни миҙгел. Башҡортостан буйлап сәйәхәт» проекты өҫтөндә эш сиктәрендә Шүлгәнташ мәмерйәһендә эшләнгән, — тип һөйләй «Рәсәй-Мәҙәниәт Башҡортостан» телеканалының операторы-фоторәссамы Олег Меньков. — Бындай төшөрөүҙәр үҙенсәлекле, улар ваҡыт, ерҙәге эш буйынса сағыштырғанда ҡатмарлыраҡ һәм оҙағыраҡ. Фотограф ерҙә бер нисә минут эсендә эшләһә, мәмерйәлә сәғәттәр буйына эшләнә. Ул температура режимы (Шүлгәнташта һәр саҡ +7), хәрәкәт итеү ҡыйынлығы, тәбиғи яҡтыртыу булмау менән дә бәйле. Ҡайһы берҙә сираттағы уңышлы ракурсты эҙләп, баҫҡысҡа карабин эләктереп төшөрөргә тура килде».
Шүлгәнташта төшөрөүҙәрҙең һөҙөмтәһе – виртуаль тур һәм боронғо кешеләрҙең уникаль һүрәттәренән фотоколлекция.
«Мәҙәни миҙгел. Башҡортостан буйлап сәйәхәт» проектының бөтә сығарылыштарын GTRK.TV сайтында проекттар бүлегендә ҡарарға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1167579-rabota-proekta-kulturnyy-sezon-puteshestvie-po-bashkirii-vyshla-v-final-konkursa-russkogo-geografich/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика