09:32 (UTC+5), 01 Июнь 2018

«Евразия йөрәге-2018» барлыҡ ҡатнашыусыларҙың исемдәрен иғлан итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
8 июндә иртәнге сәғәт 11-ҙә Конгресс-холда «Башҡортостан, Урал һәм Волга буйы халыҡтарының милли кейемендә мәҙәниәттәр калейдоскобы» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙғарыла.
Кисен Башҡортостан Милли симфоник оркестрының Симфоник төнө була. Программа ҡунағы — Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһының халыҡ артисы, бик күп халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе, шул иҫәптән «Алтын битлек» һәм «Алтын софит» эйәһе, шулай уҡ сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Чехияның «EURO Pragensis Ars» Милли премияһы лауреаты, Ҙур театр солисы Вероника Джиоева. Киске сәғәт 8-ҙә башлана.
9 июндә көндөҙгө 4-тә Совет майҙанынан Башҡортостан халыҡтарының республика милли кейем байрамы башлана.
Кис көнө өфөләрҙе «UFA-KURAIFEST» фестиваленә саҡыралар. Ҡатнашыусылар: Линар Дәүләтбаев етәкселегендә Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, республиканың халыҡ артистары Азат Биксурин һәм Рушан Биктимеров, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Илнур Хәйруллин, Салауат Хәлимов, Илнур Һибәтуллин, Мәскәүҙән «ZAMAN» төркөмө. Шулай уҡ концертта төрки йәштәренең «Урал моңо-2018» халыҡ-ара музыкаль ижад конкурс-фестивале лауреаттары сығыш яһай.
Хедлайнер — төрлө уйын ҡоралдарында уйнаған Заһир Зәйнетдиновтың ZAINETDIN этно-шоуы, «Зәңгәр ҡош» Бөтә Рәсәй йәш таланттар конкурсы финалсыһы,оркестр ҡыҙыҡай Ләйсән Золотарева. Сәғәт 7-лә башлана.
10 июндә — З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының 50 йыллығына ҡарата «Симфоник төн. Уҡыу йортона бағышлау». Юбилей концертында тамашасылар алдында йондоҙҙар — сәнғәт институтын тамамлаусылар һәм барлыҡ ижади коллективтар сығыш яһай. Сәғәт 8-ҙә башлана.
11 июндә – «Этнотөн». Фестиваль ҡунаҡтары: Ҡаҙағстандан «ULYTAU» этно-рок төркөмө, Бүрәт Республикаһынан «SHONO» һәм Мордовиянан «OYME». Хедлайнер — Грузиянан «Mgzavrebi» төркөмө. Киске 7-лә башлана.
12 июндә — фестивалдең гала-концерты. Музыкаль бүлек өсөн Башҡорт филармонияһының Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Олег Ҡасимов етәкселегендә Эстрада-джаз оркестры яуап бирә. Кисә ҡунаҡтары — Американың виртуоз борғосоһо һәм йырсы Рональд Бейкери, Рәсәй йырсыһы, «Sugar Mamas» төркөмө йырсыһы булараҡ билдәле Анжелика Фролова, «Голос» телевизион проектында ҡатнашҡан Наҙгөл Отузова. Гала-концерттың махсус ҡунағы — «Пицца» төркөмө. Сәғәт 7-лә башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1167747-festival-iskusstv-serdtse-evrazii-2018-obyavil-imena-vsekh-uchastnikov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика