06:50 (UTC+5), 01 Июня 2018

Башҡорт ҡурайы һәм әрмән дудугы дуэты Белгородта «Дирижерҙар парады»нда яңғыраны

Рәмил Ғәйзуллин биргән фотолар
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 28-31 майҙа Белогородта рус халыҡ музыка ҡоралдары оркестарҙарының «Дирижерҙар парады» үтте. Унда Яҡуттан Санкт-Петербургка тиклем бөтөн Рәсәйҙән 26 дирижер ҡатнашты. Форумға шул иҫәптән профессиональ саралар – ғилми-ғәмәли конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, ижади осрашыуҙар, презентациялар, оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ үҙенең ҙурлығы менән хайран ҡалдырған концерт программалары инде. «Дирижерҙар парады»нда яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестрын ойоштороусы Рәмил Ғәйзуллин дә ҡатнашты. Дәүләт филармонияһының Ҙур залында «Дирижерҙар парады»нда рус халыҡ музыка ҡоралдары оркестры менән Рәмил Ғәйзуллин Нур Дауытовтың рус халыҡ музыка ҡоралдары оркестрҙары өсөн махсус яҙылған «Ҡыҙ бейеүе»ндә дирижерлыҡ итте, шулай уҡ ҡурайҙа яңғыҙ уйнаны. Сара сиктәрендә Рәмил Ғәйзуллин һәм Карен Вирабян башҡарыуында ҡурай һәм дудук дуэтының премьераһы булды.
Был сәфәргә тиклем, 24 майҙа, Рәмил Ғәйзуллин Дәүләт Кремль Һарайында сығыш яһаны.
http://www.bashinform.ru/news/1167679-duet-bashkirskogo-kuraya-i-armyanskogo-duduka-prozvuchal-na-parade-dirizherov-v-belgorode/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика