15:08 (UTC+5), 31 Мая 2018

Республика яҙыусылары III «ЛиФФт» Евразия әҙәбиәт фестиваленән наградалар менән ҡайтты

ӨФӨ, 2018 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Сочиҙа III«ЛиФФт» Евразия әҙәбиәт фестивале тамамланды.
Башҡортостандан сарала шағир-сатирик Марсель Сәлимов, прозаик, шағирә Минзәлә Хәлилова, танылған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хаҡында китап авторы Зайфа Цуканова, шағир Владимир Родин һәм шағирә, төбәк журналы мөхәррире Лариса Абдуллина ҡатнашты.
«ЛиФФт-2018» фестиваленә 27 илдән һәм Рәсәйҙең 50 төбәгенән яҙыусылар, шағирҙар, драматургтар, әҙәби тәнҡитселәр, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре килде. Австралия, Австрия, Абхазия, Азербайжан, Әрмәнстан, Белоруссия, Болгария, Бөйөк Британия, Германия, Дания, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Литва, Монголия, Молдавия, Тажикстан, Төркиә, Үзбәкстан, Украина, Финляндия, Франция, Черногория, Чехия һәм Япониянан 170 әҙәбиәтсе йыйылды.
Фестивалдең көмөш миҙалы менән быйыл сатирик Марсель Сәлимов бүләкләнде, ә яҙыусы Минзәлә Хәлилова фестиваль дипломанты булды һәм рәхмәт хаты алды. Башҡортостан Яҙыусылар союзына «ЛиФФт» фестивале грамотаһы тапшырылды.
Фестиваль барышындағы «Сәләмәтлек уҙышы»нда Лариса Абдуллина өсөнсө урынды яуланы. Евразия һәм Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы уны оҫталыҡ дәрестәре үткәргән өсөн рәхмәт хаты менән бүләкләне.
«А. С. Пушкин исемендәге китапханаға башҡорт яҙыусыларының китаптарын, Башҡортостан шиғриәте антологияһын һәм «ЛиФФт» төбәк әҙәби журналының ике һанын бүләк иттем, — тип һөйләне Лариса Абдуллина. — Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Светлана Смирнова Рәсәй, Евразия халыҡтары әҙәбиәтен тәржемәләү тәҡдимен хупланы».
Сараның дүрт көнлөк программаһы оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, дискуссиялар һәм китаптарҙың исем туйҙары, шулай уҡ әҙәби уҡыуҙар, асыҡ майҙансыҡтарҙа ирекле микрофон һәм шиғри кисәләр менән конкурс программаһын үҙ эсенә алғайны.
Евразия халыҡтары ассмблеяһының Яҙыусылар һәм китап уҡыусылар советы рәйесе Маргарита Аль һүҙҙәренсә, фестивалдең маҡсаты – шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың, нәшерселәрҙең һәм Евразия уҡыусыларының ижади һәм дуҫлыҡ ептәрен нығытыу, берҙәм Евразия әҙәби киңлеген булдырыу. Йолаға әүерелгән авторҙар конкурсы өсөнсө тапҡыр уҙғарыла, тәүге икәүһе Алуштала (Ҡырым) һәм Мәскәүҙә үтте.
Азербайжан шағиры Варис Елчиев Евразияның алтын лауреаты булды. Ҡағиҙәләргә ярашлы, киләһе «ЛиФФт» еңеүсенең иленә бара. Рәсәйҙең алтын лауреты исемен Николай Шәмсетдинов алды.
http://www.bashinform.ru/news/1167038-pisateli-bashkortostana-vernulis-s-nagradami-s-iii-evraziyskogo-literaturnogo-festivalya-lifft/
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика