05:25 (UTC+5), 31 Мая 2018

Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы үтә

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 17-21 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы үтә.
Конкурс лауреаттары танылған скрипка оҫталары: Риккардо Антониацциҙың (Милан, 1912 йыл), Жюль Гранджонаның (Париж, 1848 йыл) һәм Игорь Улицкийҙың (Мәскәү, 2017 йыл) ҡоралдарына һәм башҡа бүләктәргә лайыҡ була.
Конкурстың ойоштороу комитеты башҡарыусыларҙан ғаризалар ҡабул итә. Унда бөтә донъянан 15-26 йәштәге музыканттар ҡатнаша ала. Ғаризалар 2018 йылдың 20 июленә тиклем ҡабул ителә.
Ҡатнашыусыларҙың сығышын халыҡ-ара жюри баһалай. Жюри рәйесе – профессор Михаил Копельман.
Билдәләп үтергә кәрәк, 2018 йылда Владимир Спиваков менән ижади осрашыуҙарға 4,5 миллион һум күләмендә Башҡортостан Башлығы гранты бүленгән.
Ҡалабыҙҙа 2016 йылдан башлап уҙғарылған ҙур скрипкасылар фестивале республика музыка сәнғәтенең абруйын күтәреүгә булышлыҡ итә, төрлө ил музыканттары араһында хәл иткес ярыш булып тора.
Дүрт көн дауамында Өфө Европаның скрипкала башҡарыу сәнғәтенең баш ҡалаһына әйләнә. Бөтөн донъянан тамашасылар онлайн-трансляцияла яңы йондоҙҙар тыуыуын күҙәтә ала.
http://www.bashinform.ru/news/1166672-v-ufe-proydet-ii-mezhdunarodnyy-konkurs-skripachey-vladimira-spivakova/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика