09:17 (UTC+5), 30 Мая 2018

Журналистарҙы XI «Күп төрлө Рәсәй» Бөтә Рәсәй журналистар конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Татарстан Республикаһында 2018 йылда XI «Күп төрлө Рәсәй» Бөтә Рәсәй журналистар конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү бара.
Конкурс «2014-2020 йылдарҙа Татарстан Республикаһында дәүләт милли сәйәсәтен бойомға ашырыу» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу барышында Рәсәй биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың милли йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен популярлаштырыуға һәм һаҡлауға булышлыҡ итеү өсөн Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ булышлығында уҙғарыла.
Унда илдең билдәләнгән тәртиптә теркәлгән киң мәғлүмәт саралары редакциялары ҡатнаша ала.
Конкурс еңеүселәре алты номинация буйынса дипломдар һәм аҡсалата приздар менән бүләкләнә: Гран-при — 500 мең һум, беренсе урын — 100 мең һум, икенсе урын — 70 мең һум, өсөнсө урын — 50 мең һум.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 2018 йылдың октябрендә Ҡазан ҡалаһында була.
Эштәр 2018 йылдың 1 авгусына тиклем ҡабул ителә. Адресы: 420066, Татарстан Республикаһы, Ҡазан ҡалаһы, Декабристар урамы, 2-се йорт, 6-сы ҡат, 5-се бүлмә, киң мәғлүмәт саралары бүлеге, e-mail: mnogolikaya2018ui.mail.ru, телефон: 8 (843) 570-31-12.
Конкурстың положениеһы «Татмедиа» сайтында «Конкурстар һәм проекттар» бүлегендә.
http://www.bashinform.ru/news/1166066-zhurnalistov-priglashayut-k-uchastiyu-v-xi-vserossiyskom-otkrytom-zhurnalistskom-konkurse-mnogolikaya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика