11:00 (UTC+5), 30 Мая 2018

«Салауат юлдары буйлап» киноэкспедицияһы Эстонияға юлланды

Эльмира Ҡадирова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 30 майҙа «Башҡортостан» киностудияһының ижади төркөмө «Салауат юлдары буйлап» экспедицияһына юлланды.
Улар Өфө — Палдиски (Эстония) — Өфө маршруты буйынса Башҡортостандың милли батыры Салауат Юлаев һәм уның атаһы Юлай Аҙналинды һөргөнгә илткән эҙҙәр буйлап бара.
Республика Журналистар союзы консультанты Мәүлиҙә Яҡупова хәбәр итеүенсә, экспедицияла ҡатнашыусылар Салауат Юлаев һәйкәле янында батырҙы иҫкә алды һәм сәскәләр һалды. Көндөң йонсоу булыуына ҡарамаҫтан, сәйәхәтселәрҙең кәйефе күтәренке ине.
Төркөм составында — проект етәксеһе, Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитов, консультант, ғалим Мирас Иҙелбаев, режиссер Таңсулпан Бураҡаева, сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева һәм башҡалар. Аҡ төҫтәге автомобилгә Рәсәй һәм Эстония ҡала-ауылдарында йәшәүселәрҙең иғтибарын йәлеп итеү өсөн «Салауат юлдары буйлап» тип яҙылған.
Иртәнге тынлыҡта Ағиҙел буйында күптәребеҙҙең яратҡан шағирәһе Тамара Юлдашеваның үҙенең «Таш йылға» китабынан («Аҙнабикә — Салауат әсәһе» поэмаһы) өҙөк уҡыуы айырыуса тулҡынландырғыс булды. Ул ошо китапты Эстонияға бүләк итеп ебәрҙе.
Хеҙмәттәштәрен оҙатырға Башҡортостандың Туриндустрия союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы депутаты Кинйә Кускилдин, «Салауат тоҡомдары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Виктор Хәкимов, республика Журналистар союзы вәкилдәре, төркөмгә мәғлүмәти ярҙам күрһәткән Башҡортостан Журналистар союзының яуаплы секретары Фәнил Ҡоҙаҡаев һәм ошо уҡ берләшмә консультанты Мәүлиҙә Яҡупова килгәйне.
Кинотөркөм 21 көн сәйәхәт итә. Башҡортостандың Кинематографистар союзы проекты Президент гранттары фондынан федераль грант алды. «Салауат юлдары буйлап» фильмын төшөрөү милли батырҙың тыуған төйәге — Башҡортостандың Салауат районынан башланды.
Киноэскпедиция маршруты:
30 май – иртәнге сәғәт 8-ҙә Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәленән юлға сығыу
30 май — Илеш районы, Үрге Йәркәй ауылы, Минзәлә ҡалаһы
31 май – 1 июнь – Ҡазан ҡалаһы
2 июнь – Чебоксар ҡалаһы
3-4 июнь – Түбәнге Новгород ҡалаһы
5-6 июнь – Владимир ҡалаһы
7-8 июнь – Мәскәү ҡалаһы
9-10 июнь – Тверь ҡалаһы
11 июнь — Бөйөк Новгород ҡалаһы
12 июнь – Псков ҡалаһы
13-14 июнь – Тарту һәм Таллин ҡалалары (Эстония)
15-16 июнь – Палдиски ҡалаһы.
16 июнь — милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө уның һуңғы төйәгендә билдәләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1166378-iz-bashkortostana-v-estoniyu-startovala-kinoekspeditsiya-dorogami-salavata/
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика