07:15 (UTC+5), 30 Мая 2018

Өфөлә «Симфоник төн-2018» солистары билдәле булды

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Симфоник төн-2018» солистары билдәле булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө амфитеатрында open air концерты 10 июндә була, ул киске сәғәт 8-ҙә башлана. Сара «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының 50 йыллығына «Alma Mater бағышламаһы» программаһы менән үтә.
Концертҡа республиканың күренекле артистары – институт уҡытыусылары, уны тамамлағандар һәм студенттар: Иҙрис Ғәзиев, Вәхит Хызыров, Илһам Вәлиев, Артур Ҡәйепҡолов, Алена Завьялова, Регина Звегинцева, Лилиә Халиҡова, скрипкасылар Илшат Мөслимов һәм Сынғыҙ Ханнанов, ҡурайсы Артур Ғайсаров, баянсылар Руслан Рахманғолов һәм Дмитрий Анисимов, флейтасылар Инна Фоменко һәм Андрей Позяк, думбырасы Ирина Куравина, «Премьер» йыр төркөмө һәм башҡалар саҡырылған.
Тамашасыға вуздың ижади коллективтары: Башҡортостан Республикаһының Йәштәр симфоник оркестры (художество етәксеһе һәм дирижеры Линар Дәүләтбаев), Йәштәр рус халыҡ музыка ҡоралдары оркестры (художество етәксеһе һәм дирижеры Оксана Буланкина), башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары оркестры (коллектив етәкселәре Линар Дәүләтбаев һәм Гүзәл Бигаева), Өфө дәүләт сәнғәт институты хоры (художество етәксеһе һәм дирижеры Алһыу Хәсбиуллина) тәҡдим ителә.
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты – Рәсәйҙең алдынғы ижади юғары уҡыу йорттарының береһе, Башҡортостан Республикаһында музыка, театр, хореография һәм һынлы сәнғәт өлкәһендә профессиональ кадрҙар әҙерләгән берҙән-бер күп профилле юғары белем биреү ойошмаһы.
Бөгөн сәнғәт институты Башҡортостандың мәҙәни тормошонда мөһим роль уйнай һәм күбеһенсә уның үҫеш юлын билдәләй. Юғары уҡыу йорто эшләгән осорҙа 7 мең самаһы белгес әҙерләгән.
http://www.bashinform.ru/news/1166390-v-ufe-stal-izvesten-sostav-solistov-simfonicheskoy-nochi-2018/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика