Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Май 2018, 12:50

Баш ҡалала «Фольклориаданы ҡаршылап» күргәҙмәһе үҙенсәлекле ҡул эштәре тәҡдим итә

ӨФӨ, 2018 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Фольклориаданы ҡаршылап» күргәҙмәһе эшләй. Үҙенсәлекле экспозиция Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында урынлашҡан.
Күргәҙмәлә бөтә республика оҫтабикәләренең ҡул эштәре тәҡдим ителгән. Ул иһә Альбина Исхаҡова, Миңлегөл Килмәкова, Рима Абакова эшләгән күкрәксәләр, баш кейеме – ҡашмауҙар, һүрәттәр. Бында Ләлә Камалетдинованың башҡорт темаһына балсыҡтан эшләгән сувенирҙарын, Рәлиә Йәһүҙинаның бәйләм биҙәүестәрен, Фәүзәнә Аҡманованың япмаларын, сигелгән ҡулъяҡлаулыҡтарҙы, янсыҡтарҙы һәм башҡа экспонаттарҙы күрергә мөмкин.
Күргәҙмәлә оҡшаған әйберҙе һатып алырға була, тип хәбәр иттеләр музейҙа. Күргәҙмә июнь аҙағына тиклем эшләй.
http://www.bashinform.ru/news/1166423-v-ufe-vystavka-vstrechaya-folkloriadu-predstavlyaet-unikalnye-izdeliya-ruchnoy-raboty-/
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: