Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
84.24
+0.8
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Май 2018, 13:00

«Ҡош Юлы. Балалар» бард телепроекты еңеүселәрҙе билдәләне

ӨФӨ, 2018 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ошо көндәрҙә «Ҡош Юлы. Балалар» телепроекты тәүге миҙгелгә ижади йомғаҡ яһаны. «Ҡош Юлы. Балалар» телеконкурсы финалы һәм бүләкләү тантанаһы «Йоматау» шифаханаһында уҙҙы.
Гран-приға Учалы ҡалаһынан Айҙар Исхаков лайыҡ булды. Беренсе урынды Белорет районынан Радмир Хызыров яуланы. Икенсе урынды Әбйәлил районынан Динислам Ишмырҙин һәм Ейәнсура районынан Фидәрис Юлсанов бүлеште. Өсөнсө урын өс матур ҡыҙға: Баймаҡ ҡалаһынан Азалия Сыңғыҙоваға, Сибайҙан Гөлиә Харрасоваға һәм Өфөнән Алтынай Заһитоваға эләкте.
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы һәм «Ҡош Юлы» йәштәр хәрәкәте яңы телевизион проект — йәш быуын араһында башҡорт телен популярлаштырыуға, социаль яҡтан әүҙем граждандар тәрбиәләүгә йүнәлтелгән «Ҡош Юлы. Балалар» башҡорт бард йыры үҫмерҙәр конкурсын тормошҡа ашырҙы.
Проекттың тәүге туры социаль селтәрҙә үтте. Икенсе тур Башҡортостан юлдаш телеканалында 2 мартта — «Тамыр»ҙың тыуған көнөндә башланды. Һәр йәкшәмбе кис тамашасылар ете остаздың һәм 15 үҫмерҙең реалити форматында яңы йырҙар өҫтөндә эшләүен, тормошҡа ҡарашын сағылдырыуын, финалға әҙерләнеүен күҙәтте. Үҫмерҙәрҙең күңеленә яҡын заманса йәнле проект килеп сыҡты. Ете остаз, йәштәр араһында танылыу яулаған ижадсылар: Артур Кәбиров, Минзәлә Яхина, Альбина Шәмсетдинова, Ришат Сөләймәнов, Ренат Абдулов һәм Тимур Йосопов үҙҙәренең тәрбиәләнеүселәрен финал сығышына әҙерләне.
«Балалар ныҡ тулҡынланды, ләкин остаздары ҡуйған бурысты намыҫ менән башҡарып сыҡты, — ти проекттың режиссеры Ләйсән Мәзитова. — Һәр сығыш сағыу, ысын асыш булды. Ҡош юлы балалары бәләкәй булһа ла, донъяға ҡараштары өлгөрөп еткән! 15 финалсының һәммәһенә лә — афарин!».
«Мин маҡсатҡа ынтылыусан, вайымлы, әүҙем тормош позицияһы булған егет-ҡыҙҙарҙы күрәм, — тине Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. — Ҡош юлында ҡабынған осҡондо юғалтмағыҙ, үҙ юлығыҙҙы табығыҙ һәм тыуған еребеҙ, илебеҙ өсөн кәрәкле граждандар булығыҙ!».
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Артур Вәлиев ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен һәм балаларға теләктәрен еткерҙе. Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясованың, республика йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванютаның бүләктәре һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Еңеүселәр аҡсалата приздар һәм сертификаттар алды.
«Яңы идеялар менән янған «Ҡош Юлы» йәштәр хәрәкәте етәксеһе Тимур Йосоповҡа һәм уның ижади командаһына, шулай уҡ телевидение режиссеры Ләйсән Мәзитоваға һәм «Тамыр» телеканалы коллективына рәхмәтлемен, — ти «Тамыр» каналы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Был проект күңел ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылды. Һәр бала һәм остаз араһында ижади күпер һалынды, ул артабан һаҡланыр. «Ҡош юлы»нда алған ҡанаттарҙың нығыныуын теләйем».
http://www.bashinform.ru/news/1165726-bardovskiy-teleproekt-osh-yuly-balalar-opredelil-pobediteley/
Теги:тамыр
Читайте нас: