06:15 (UTC+5), 29 Мая 2018

Башҡорт опера һәм балет театрының 80-се миҙгеле фубол матчы менән тамамлана

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының 80-се юбилей миҙгеле футбол матчы менән ябыла. Ғәҙәти булмаған балет премьераһы 30 майҙа була.
«Бында аптырарлыҡ бер нимә лә юҡ. Заман менән бергә атлаған сәнғәт булараҡ, театр шул тиклем ҙур ваҡиғаны – футбол буйынса Донъя чемпионатын иғтибарһыҙ ҡалдыра алмай», — тип аңлаттылар театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.
Күренекле хореограф Алексей Ищук (Мәскәү) артистар футбол командаһының тренеры була, ул уйынсы-бейеүселәр менән генә түгел, төрлө тәбиғи көстәр менән дә идара итергә белә.
Тейешле атмосфера булдырыу өҫтөндә композитор Руслан Мурсякаев (Мәскәү) эшләй. Стадион биҙәлеше, ҡатнашыусыларҙың һәм көйәрмәндәрҙең костюмдары өсөн рәссам Ирина Дерябина (Мәскәү) яуаплы.
Ҡуйыусы дирижер – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Герман Ким.
«Театр коллективы миҙгелдең иң мауыҡтырғыс премьераһына әҙерләнә. Ә башҡорт операһын үҙ итеүселәр араһында бөтөнләй спорт менән ҡыҙыҡһынмағандар булһа уларҙы тынысландырырға ашығабыҙ: туп артынан йүгереүҙән тыш, спектаклдә һеҙҙе ысын Шекспир мөхәббәте көтә», — тип билдәләнеләр театрҙа.
http://www.bashinform.ru/news/1165692-80-y-sezon-bashkirskogo-teatra-opery-i-baleta-zakroetsya-futbolnym-matchem/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика