11:55 (UTC+5), 28 Май 2018

«Йатаған Мөслим» этно-проекты беренсе дини концертына саҡыра

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Йатаған Мөслим» этно-проекты беренсе таныштырыу дини концертына саҡыра. Махсус рәүештә Рамаҙан айына музыканттар үҙҙәренең «Рамаҙан Нуры» программаһын башҡара. Концерт 4 июндә киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залының Кесе залында була.
«Бына инде бер ай дауамында концертҡа әҙерлек бара: даими репитициялар, программаны төҙөү, мөхәррирләү, костюмдарға заказ биреү өсөн варианттар эҙләү. Костюмдарҙы һайланыҡ, ошо көндәрҙә тегергә бирәбеҙ. Программа ҡыҙыҡлы килеп сыға», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына төркөм етәксеһе Илдар Шакиров.
«Йатаған Мөслим» этно-проектына пианинола уйнаусы сифатында Башҡортостандың сағыу музыканттарының береһен, аранжировкалаусы Азамат Йәғәфәровты саҡырғандар. «Уның композитор фекерләү ҡеүәһенә, бик шәп импровизациялау тойғоһона күрә материал бай, матур буяуҙар алды», — тип билдәләне Илдар Шакиров.
Программала заманса эшкәртеүҙә башҡорт халыҡ көйҙәре яңғырай. Шулай уҡ Урал Иҙелбаевтың, Риф Арыҫландың композициялары урын ала. «Йатаған Мөслим» этно-проекты башҡарыуында ҡурайсы һәм йырсы Ғаяз Ялмырҙин тәүгә композитор оҫталығын тәҡдим итә. Ҡайһы бер композициялар рус, төрөк һәм ғәрәп телдәрендә яңғырай. Милли музыка ҡоралдарының мөмкинлектәре ирекле ипровизацияла күрһәтелә. Музыка видеорәт менән оҙатыла һәм тулылана.
«Программала алып барыусылар булмай. Был тамашасы баштан уҡ дин донъяһына үтеп инһен өсөн эшләнә», — тип аңлатты проект етәксеһе.
Илдар Шакиров төркөмдөң проект менән артабан шөғөлләнергә һәм уны үҫтерергә ниәтләнеүен хәбәр итте. Апрелдә дини программаның бер өлөшө Пермдә һәм Ханты-Манси округының Урай ҡалаһында күрһәтелгән. Шулай уҡ проект Мәскәүҙә күрһәтеләсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1164901-etno-proekt-yatagan-muslim-priglashaet-na-pervyy-solnyy-dukhovnyy-kontsert-prezentatsiyu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика