06:50 (UTC+5), 25 Мая 2018

Башҡортостан Яҙыусылар союзы «Рамаҙан – Изгелек эстафетаһы» тигән акция иғлан итте

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы «Рамаҙан – Изгелек эстафетаһы» тигән акция иғлан итте. Акцияла ҡатнашыу өсөн изге эш эшләргә, уны төшөрөп алырға һәм фотоны #Рамаҙан_изгелек_эстафетаһы хэштегы менән һалырға һәм эстафетаны артабан тапшырырға кәрәк.
«Бөтөн донъя мосолмандары өсөн изге айҙа республиканың Яҙыусылар союзы хәйриә акцияһы иғлан итте. Ул мохтаждарға һәм оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек йәки әйберҙәр тапшырыу, шулай уҡ аҡса күсереү, гәзит-журналдарға яҙылыу була ала. Акцияла ҡатнашыу өсөн миллионер булырға кәрәкмәй, изге йөрәкле булыу һәм яҡыныңа ярҙам итеү теләге етә», — тип аңлатты союз рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаевтың күренекле журналист һәм яҙыусы, бик күп премиялар лауреаты Мансаф Ғиләжевҡа хәл белешеп барыуы акцияның тәүге изге эше булды. Яҙыусы яңыраҡ үҙенең 85 йәшен билдәләне. Артабан эстафета Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты, шағирә Зөлфиә Ханнановаға тапшырылды.
http://www.bashinform.ru/news/1163391-soyuz-pisateley-bashkortostana-obyavil-aktsiyu-ramadan-estafeta-dobra/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика