Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Май 2018, 09:15
Өфөлә Башҡорт драма театры Йәйге театр миҙгелен асты
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.Быйыл Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры 98-се театр миҙгелен япты һәм шунда уҡ Йәйге театр миҙгелен асты.
Ул 29 июнгә тиклем дауам итә һәм ай дауамында тамашасыларҙы балалар һәм өлкәндәр өсөн спектаклдәр менән ҡыуандыра.
Театрҙың Әҙәбиәт бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 20 июнь Алехандро Касонаның «Иң бәхетле төн!» пьесаһы буйынса яңы премьера көтөлә. Режиссеры – Олег Ханов, төп ролдә – Гөлли Мөбәрәкова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 99-сы театр миҙгелендә театр бинаһында ҙур ремонт көтөлә, спектаклдәр башҡа сәхнә майҙансыҡтарында үтә.
http://www.bashinform.ru/news/1161735-v-ufe-bashdramteatr-otkryl-letniy-teatralnyy-sezon/
Автор:
Ләйлә Аралбаева
Теги:
театр миҙгеле
башҡорт драма театры
Читайте нас: