05:45 (UTC+5), 21 Май 2018

«Zaman» башҡорт төркөмө Рәсәйҙән Европаның баш ҡалаһында Голландияла сығыш яһай

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.«Zaman» башҡорт төркөмө Рәсәйҙән Европаның 2018 йылдағы баш ҡалаһында – Леувардендә (Голландия) сығыш яһай. «WorldMusic» халыҡ-ара башҡарыусылар конкурсы Голландияның Леуварден (Leeuwarden) ҡалаһында 20-26 майҙа үтә. Конкурс 15 Европа иле башҡарыусыларын йыя.
Конкурстың төп шарты – милли музыка, туған тел, милли моң өлөштәрен, музыка ҡоралдарын файҙаланыу. Жюриҙә – «world music» өлкәһе белгестәре: Европа союзы илдәренән композиторҙар, музыканттар, музыка тәнҡитселәре.
Мәскәүҙән «Zaman» башҡорт төркөмөнә халыҡ-ара бәйгелә Рәсәй данын яҡлау хөрмәте тейҙе. Коллектив башҡорт телендә «Алға» йыры (Фатима Янбаева һүҙҙәренә Айҙар Хәмзиндең көйө) менән сығыш яһай.
«Был проектта уҙған йылдың декабренән ҡатнашабыҙ. Һайлап алыу этаптары дистанцион уҙғарылды: Европа союзынан һайлау комиссияһы «Zaman»дың аудиояҙмаларын тыңланы, live-сығыштарҙан видеоларын ҡараны, төркөмдөң, ҡатнашыусыларҙың биографияһын, киң мәғлүмәт сараларында сыҡҡан баҫмаларҙы, дискографияны ентекләп өйрәнде. Бына, ниһайәт, - беҙ ҙур проекттың ҡатнашыусылары. Төркөмөбөҙ музыканттары әйтеүенсә, Рамаҙан айы – мөғжизәләр айы!» — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты «Zaman» төркөмөнөң продюсеры һәм ҡатнашыусыһы Радмир Мофтахин.
Сәфәрҙе ойоштороуҙа Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Дәүләт Думаһының халыҡ-ара эштәре буйынса комитеты ағзаһы Инга Йомашева һәм «Мин патриот» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Рәсәй Геройы Рафиҡ Ихсанов ҡатнашты.
http://www.bashinform.ru/news/1160972-bashkirskaya-gruppa-zaman-predstavlyaet-rossiyu-v-kulturnoy-stolitse-evropy-v-gollandii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика