Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Май 2018, 11:30

«Музейҙар төнө»ндә Рөстәм Хәмитов республиканың художество галереяларында булды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Шәмбе көндө Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Музейҙар төнө» халыҡ-ара акцияһына ҡушылған бер төркөм республика музейҙарында булды.
М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында төбәк етәксеһе «Замандаштар» күргәҙмәһен ҡараны. Ул Рәсәй художество академияһы академигы, Рәсәй фәндәр академияһы ағза-корреспонденты Александр Толстиковтың былтыр Михаил Васильевич Нестеровтың тыуыуына 155 йыл тулыуға тапшырған бүләктәренән тора. Экспозицияға билдәле ғалимдарҙың, рәссамдарҙың һәм сәнғәт белгестәренең 13 һынлы сәнғәт портреты инә.
Республика етәксеһе шулай уҡ «Заман йөҙҙәре» XVIII быуат аҙағындағы – XX быуат башындағы рус сәнғәте экспозицияһы менән танышты.
«Мираҫ» арт-галереяһында Рөстәм Хәмитов шәхси коллекцияларҙан сәнғәт әҫәрҙәре күргәҙмәһен ҡараны. Экспозицияла күренекле башҡорт рәссамдарының һынлы сәнғәте, графикаһы, скульптураһы тәҡдим ителгән. Улар иҫәбендә – Александр Бурзянцевтың, Борис Домашниковтың, Айрат Тереғоловтың, Сергей Красновтың, Рәсих Әхмәтвәлиевтың, Вәсил Ханнановтың, Рәйес Ғәйетовтың һәм башҡаларҙың эштәре. Коллекцияны галерея 25 йыл дауамында йыйған. Ҡайһы бер һүрәттәрҙе республика етәксеһенә рәссамдар үҙҙәре күрһәтте. Башҡортостан Башлығы уларҙың ижади пландары менән ҡыҙыҡһынды, ижади уңыштар теләне.
Өфө художество галереяһында Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан» милли паркы ойошторған «Тейелмәгән Башҡортостан» күргәҙмәһендә булды. Унда илдең һәм республиканың айырым һаҡланған биләмәләрендә, шул иҫәптән «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында төшөрөлгөн фотолар тәҡдим ителгән. Күргәҙмә сиктәрендә төрлө оҫталыҡ дәрестәре һәм уҡытыу семинарҙары үтә.
Бында республика Башлығы Уральск ҡалаһынан ҡаҙаҡ рәссамдарының әҫәрҙәрен ҡараны. Уға 11 авторҙың һынлы сәнғәте һәм графикаһы инә. Улар араһында – Башҡортостандан Һатыбалды Күлбәков.
Музейҙар буйлап йөрөгәндә төбәк Башлығы музейҙар етәкселеге менән аралашты, артабанғы пландарын, күргәҙмәләрен, кешеләрҙе йәлеп итеү перспективаларын, ойоштороу мәсьәләләрен өйрәнде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Музейҙар төнө» халыҡ-ара акцияһы донъяла 1997 йылдан уҙғарыла һәм Халыҡ-ара музейҙар көнөнә арналған. 2002 йылдан ул Рәсәйҙә лә уҙғарыла. 2011 йылдан акцияла Башҡортостан музейҙары ла ҡатнаша башланы. 2013 йылдан уға республиканың муниципаль музейҙары ла ҡушылды.
Быйыл саралар программаһы ике төп теманы берләштерә: «Һаҡлағыстарҙағы шедеврҙар» (бөтә Рәсәй музейҙары өсөн) һәм Башҡортостанда Ғаилә йылы.
http://www.bashinform.ru/news/1160759-v-noch-muzeev-rustem-khamitov-posetil-khudozhestvennye-galerei-respubliki/
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: