04:10 (UTC+5), 18 Мая 2018

Баш ҡалала Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрын 100 йыллығына ремонтлайҙар

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрын реконструкциялау күҙаллана. Ошо хаҡта кисә миҙгелде ябыуға арналған матбуғат конференцияһында театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов белдерҙе.
Яңыртыу эштәре 2019 йылда театрҙың 100 йыллыҡ юбилейына уҙғарыла. Был дата шулай уҡ Республиканың 100 йыллығын һәм башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы Мостай Кәримдең 100 йыллығын байрам итеү менән тап килә.
Ремонт эштәре 2018 йылдың сентябрендә башлана һәм 2019 йылдың апреленә тиклем бара. Ҙур залда тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалдарын, ултырғыстарҙы алмаштырыу күҙаллана. Кесе зал да йүнәтеләсәк. Косметик ремонт бинаның тышҡы яғына ла ҡағыласаҡ.
Ремонт барышында спектаклдәр Опера һәм балет театрының кесе залында үтәсәк, Рус драма театры, Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр театры менән һөйләшеүҙәр алып барыла, тип һөйләне спикерҙар.
http://www.bashinform.ru/news/1159795-v-ufe-bashkirskiy-teatr-dramy-imeni-mazhita-gafuri-otremontiruyut-k-100-letiyu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика