04:15 (UTC+5), 15 Мая 2018

«Голос. Дети» шоуында ҡатнашыусы Наҙгөл Отузова «Мин башҡорт» йырын яҙҙырған

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.«Голос. Дети» шоуында ҡатнашыусы Наҙгөл Отузова Өфөлә «Мин башҡорт» йырын яҙҙырған. Ул уның репертуарында туған телдә беренсе йыры. Альбина Шәмсетдинованың «Башҡорт улына» исемле күренекле йыры уға күптән оҡшай, тип билдәләне Наҙгөл. «Миңә күп кенә кешеләр туған телдә кәмендә бер йыр яҙҙырырға кәрәк тип әйтә торғайны һәм үҙем дә был теләк менән янып йөрөнөм. Был йырҙы башҡарғанда Ватаныма ҡарата ғорурлыҡ, һөйөү хистәрен тоям, тәнем зымбырлап китә, йөрәгем йыш-йыш тибә башлай», — тип һөйләне Наҙгөл «Башинформ» агентлығы журналисына.
Йырҙың аудиояҙмаһы «Голос. Дети» проектының рәсми төркөмөндә тейәлгән.
Шулай уҡ йәш башҡарыусы студияла Лара Фабиандың «Адажио» композицияһын яҙҙырған.
Наҙгөл Отузова – Салауат районының Янғантау ҡасабаһында тыуған. Ул башҡорт халыҡ йырҙарын һәм Рәсәй эстрадаһы шлягерҙарын башҡарған музыкаль ғаиләлә үҫкән. Наҙгөл вокал менән бер ҡасан да шөғөлләнмәгән, уға моңло тауыш тәбиғәттән бирелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1157426-uchastnitsa-shou-golos-deti-nazgul-otuzova-zapisala-pesnyu-min-bashkort/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика