11:12 (UTC+5), 14 Май 2018

Өфөлә «Тамыр» телеканалының туған телгә арналған концерты була

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 15 майҙа Өфөлә «Тамыр» телеканалы туған телгә бағышланған балалар байрамы ойоштора. Халыҡ йырҙарынан ғына торған концерт программаһы «Халҡым йыры тамырымда» тип атала.
«Был — туған телгә, халыҡ йырҙарына хөрмәт күрһәтеү ул, — тине «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Милли традицияларға, туған телгә нигеҙләнгән тәрбиә – тәбиғи, баланың эске донъяһына оҡшаш тәрбиә ул, шуға күрә балалар өсөн сифатлы заманса контент булдырырға, туған телдәге мөхитте киңәйтергә ынтылабыҙ».
Йыл һайын кескәй йондоҙҙар – йәш алып барыусылар, йыр студияһы, «Сулпылар» республика телевизион конкурсы еңеүселәре, республиканың бейеү коллективтары, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар ҡатнашлығында концерттар уҙғарыу изге йолаға әүерелгән.
Байрам «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторола. Тамырҙар байрам өсөн махсус рәүештә балалар башҡарыуында башҡорт халыҡ йырҙарынан аудиоальбом әҙерләй. Йәш тамашасыларҙы мауыҡтырғыс уйындар, тәм-том, туған телдә күңелле аралашыу көтә.
Концерт өҫтөндә «Тамыр» телеканалының ижади төркөмө — режиссер Ләйсән Солтанғолова, сценарист Гөлназ Ишемғолова, тауыш режиссеры Айбулат Кәримов, рәссамдар Гөлназ Минһажева, Сәлимә Усманова, Айгөл Бикбаева, Айрат Арыҫланов эшләй.
Балалар Стәрлетамаҡ «Стерх» икмәк комбинатынан тәмле һәм файҙалы аҙыҡ-түлек менән һыйлана ала. «Румикс» ғилми-етештереү фирмаһы, изге йола буйынса, йәш ҡатнашыусыларға бүләктәр әҙерләй.
http://www.bashinform.ru/news/1156418-v-ufe-sostoitsya-detskiy-prazdnik-telekanala-tamyr-posvyashchennyy-rodnomu-yazyku/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика