08:01 (UTC+5), 14 Мая 2018

Донъялағы иң бейек бинала – Бурдж-Хәлифәлә башҡорт ҡурайы яңғыраны

IMPORT Сервисный
«Донъялағы иң бейек йортта ҡурай моңо яңғыраны. Мин 828 метр бейеклектә үҙемдең яратҡан башҡорт халыҡ көйө «Һары ла сәс»те башҡарҙым», — тип хәбәр итте ҡурайсы ҡыҙ социаль селтәрҙә.
Земфира әйтеүенсә, ул Дубайға турист булараҡ барған. Видеоға Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡарамағындағы Йәштәр советы вәкилдәренең береһе Әлинур Ялмырҙин төшөргән.
«Сәйәхәт иткәндә ҡурайҙы һәр саҡ үҙем менән алам. Был минең ҡурайҙа уйнаған алтынсы илем, — тине «Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһенә Земфира. — Ҡурайҙы сик аша сығарғанда проблемалар булманы, ә бына Бурдж-Хәлифәгә үткәрергә теләмәнеләр. Ҡурайҙы донъялағы иң бейек йортҡа алыр өсөн байтаҡ көс һалырға тура килде. Мин һаҡ хеҙмәткәрҙәренә майҙансыҡтарҙа уйнамаҫҡа вәғәҙә бирҙем, ләкин ошо видеоны төшөргәндән һуң бер-ике минут үткәс, бер нисә яратҡан башҡорт халыҡ көйөн уйнап ишеттерҙем. Хәүефһеҙлек хеҙмәте һәм күп кенә туристар мине алҡыштарға күмде, ҡурайҙың яңғырашына һоҡланды».
Ҡыҙ әйтеүенсә, ул донъяның барлыҡ ҡыҙыҡлы урындарында ҡурайҙа уйнарға хыяллана.
Земфира Рәшитоваға 23 йәш, ул «Тамыр» телеканалында «Тау-тау хәбәр» тапшырыуы мөхәррире булып эшләй, З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының 4-се курсында уҡый (уҡытыусыһы — Венер Йылҡыбаев), Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡарамағындағы Йәштәр советы рәйесе. Уҡыуҙан һәм эштән буш ваҡытында балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтә, сәйәхәт итә, яратҡан уйын ҡоралы ҡурайҙы популярлаштыра. Сәйәхәттәрҙең береһендә «Рәсәй — Изге ер» халыҡ-ара ирекмәндәр төркөмө менән алмашыу проектында ҡатнашыусылар Вифлеемда Рәсәй мәҙәни үҙәгендә Земфира Рәшитова ҡатнашлығында концерт ҡуйҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1156444-bashkirskiy-kuray-prozvuchal-na-samom-vysokom-zdanii-v-mire-burdzh-khalife/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика