09:51 (UTC+5), 11 Май 2018

«Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты Юрий Шевчуктың тыуған көнөн билдәләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты танылған яҡташыбыҙ, легендар рок-музыкант, «ДДТ» төркөмө йырсыһы, шағир һәм талантлы рәссам Юрий Шевчуктың тыуған көнөн билдәләй.
16 майҙа Music Hall 27 залында Юрий Шефчуктың һәм Земфираның йырҙары, инструменталь кавер-йырҙар яңғырай. Сарала билдәле Өфө музыканттары, рәссамдар һәм башҡа һөнәр вәкилдәре ҡатнаша, улар араһында Рәмил Бәҙәмшин, Ринат Билалов, Евгения Сафина, Азат Биксурин, «Красные кресты» төркөмө һәм башҡалар бар. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡыйыу эксперименттар күҙаллана.
«Беҙҙең проект хаҡында Юрий Юлианович әлегә хәбәрҙар түгел, һуңынан беҙ уға концерттың видеояҙмаһын ебәрергә теләйбеҙ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына проект етәксеһе Наил Мәхмүтов. — Сарала, мәҫәлән, Шевчукты гитарала уйнарға өйрәткән Радик Ҡурамшин ҡатнаша».
Концертта шулай уҡ «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты сиктәрендә ҡайһы бер ижади акцияларҙы тамамлау күҙаллана. Был хаҡта дүшәмбе, 14 майҙа, «Башинформ» сайтында уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1155821-v-ufe-proekt-lyubimye-khudozhniki-bashkirii-otmetit-den-rozhdeniya-yuriya-shevchuka-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика