05:45 (UTC+5), 10 Май 2018

Бөгөн Өфөлә яҙыусылар һәм музыканттарҙың «КоРифейҙар» йәштәр фестивале асыла

Фестивалдең "Бәйләнештә"ге рәсми төркөмө
Камил Хәсәнов
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Камил Хәсәнов/. Бөгөн, 10 майҙа, Өфөлә «КоРифейҙар» IV халыҡ-ара әҙәбиәт һәм сәнғәт йәштәр фестивале үтә. Иртәнге сәғәт 11-ҙә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының йыйылыштар залында тантана үтә, ойоштороусылар ижади конкурстарҙа ҡатнашыусы мәктәп уҡыусыларына дипломдар тапшыра. Бер нисә көн дауамында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған башлап тороусы әҙәбиәтселәрҙе, шулай уҡ Өфө тамашасыларын һәм тыңлаусыларын нәфис ижад серҙәренә арналған концерттар, семинарҙар һәм түңәрәк өҫтәлдәр көтә. Фестиваль «Music hаll 27» сәхнәһендә «Күңелсәк әҙәбиәт» гала-концерты менән тамамлана: ойоштороусылар уны «һигеҙ шиғриәт, проза, музыка һәм йәнһүрәт сәғәте» булараҡ тасуирлай.
Уларҙың әйтеүенсә, һәләтле уҡыусылар өсөн өс көнлөк яҙыу оҫталығы мәктәбе төп ваҡиға була. Ул 10-12 майҙа Мәскәүҙән күренекле балалар яҙыусыһы, Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты Лев Яковлев етәкселегендә «Сәлихов» социаль-белем биреү үҙәгендә үтә. Мәктәптә ҡатнашыу өсөн төрлө төбәктәрҙән 30 уҡыусы килде. Мәктәп эше менән бер үк ваҡытта әҙәбиәт, сәнғәт, музыка менән ҡыҙыҡһыныусы фестивалдең башҡа ҡатнашыусылары һәм ҡунаҡтары өсөн Өфөнөң төрлө майҙансыҡтарында саралар уҙа. Фестивалдең бөтә ваҡиғаларына инеү ирекле.
Атап әйткәндә, 10 майҙа, Башҡорт дәүләт педагогия университетында яҙыусы һәм нәшер итеүсе Салауат Вәхитовтың «Әҙәби оҫталыҡ серҙәре» оҫталыҡ дәресе үтә (башлана көндөҙгө сәғәт 1-ҙә). 11 майҙа Башҡортостандың Яҙыусылар союзында республиканың Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы рус яҙыусылары берләшмәһе рәйесе Светлана Чураева йәш яҙыусылар өсөн семинар үткәрә (көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана). 13 майҙа «Music hаll 27» сәхнәһендә «Күңелсәк әҙәбиәт» концерты сиктәрендә төрлө йүнәлеш һәм быуын яҙыусылары һәм музыканттары осраша. А. Гайдар исемендәге Үҙәк балалар китапханаһы (Мәскәү) һәм «Зәңгәр ҡош» балалар уҡыу үҙәге (Белорет) араһында «дуҫлыҡ күпере» сараның йомғаҡлау өлөшө була: осрашыуҙы коллегалар Өфөлә ойоштора.
«КоРифейҙар» йәштәр фестивале Өфөлә «Бельские просторы» әҙәби журналы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән 2015 йылдан уҙғарыла.
http://www.bashinform.ru/news/1155266-segodnya-v-ufe-otkryvaetsya-molodezhnyy-festival-pisateley-i-muzykantov-korifei/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика