04:55 (UTC+5), 04 Мая 2018

Республикала Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәрен байрам итеү программаһы билдәләнгән

Андрей Старостин
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәрен байрам итәләр. Байрам саралары майҙа уҙа.
Башҡортостан Хөкүмәтенең бойороғо менән республикала Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәрен уҙғарыу программаһы раҫланған. Унда Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, республиканың район-ҡалалары хакимиәттәре, ижади союздар, милли-мәҙәни берләшмәләр һәм йәмәғәт ойошмалары йәлеп ителәсәк.
12 майҙа Краснокама районының Николо-Березовка ауылында Николо-Березовка асыҡ республика марафоны, «Никольск сиркәүе» еңел атлетика уҙышы үтә.
18 майҙа ҡунаҡтарҙы Бәләбәй районының Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәге ҡабул итә, бында «Ҡыңғырауҙарҙың яғымлы тауыштары» фольклор байрамы ойошторола.
19 майҙа Башҡортостан халҡын Краснокама районына «Никола Вешний» республика фольклор байрамына саҡыралар.
20 майҙа Бәләбәйҙә «Беҙ — славяндар!» V муниципаль славян мәҙәниәте фестивале үтә.
22 майҙа Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында – «Славян моңдары», Өфөнөң ҡала мәҙәниәт һарайында Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнөнә арналған ҡала концерты уҙа.
24 майҙа Өфөлә И.Якутов исемендәге паркта Башҡортостан Республикаһында Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәрен байрам итеүгә арналған байрам концерты ойошторола.
26 майҙа Славян яҙмаһы барлыҡҡа килеүҙең 1155 йыллығына һәм Ҡыҙыл Яр ауылының 400 йыллығына арналған Боронғо рус йыры республика фольклор байрамы күҙалланған.
Шулай уҡ май айында республика биләмәһендә белем биреү ойошмаларында Башҡортостан Республикаһында Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәренә арналған байрам хор концерттары һәм дәрестәре уҙғарыла.
План пункттарының береһе – традицион Поляк мәҙәниәте көндәре.
http://www.bashinform.ru/news/1152812-v-bashkirii-opredelena-programma-prazdnovaniya-dney-slavyanskoy-pismennosti-i-kultury/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика