Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Май 2018, 10:10

Башҡортостан музейҙарында легендар дивизия командиры Миңлеғәли Шайморатов тураһында документаль фильм күрһәтәләр

видео скриншоты
видео скриншоты
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнө алдынан Башҡортостан музейҙарында 112-се (16-сы Гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатов (1899-1943) тураһында күрһәтәләр.
Шайморатов хаҡында телефильм тәүгә быйыл апрелдә «Армия легендалары» документаль циклы сиктәрендә «Звезда» телеканалында эфирға сыҡты. Яңы фильмда аңлайышлы формала генерал Шайморатовтың ҡатмарлы биографияһы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы һәм Донбасты азат иткәндә башҡорт батырының фажиғәле һәләк булыуы хаҡында бәйән ителә.
Музейҙарҙа Берҙәм кинолекторий Еңеү көнөн байрам итеү алдынан, бөтә ҡатнашыусы музейҙарҙа бер ваҡытта 2018 йылдың 8 майында иртәнге сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем була. Ул күргәҙмә залдарында йәки Бөйөк Ватан һуғышына һәм Башҡортостан халҡының Бөйөк Еңеүгә һалған өлөшөнә арналған күргәҙмәләрҙә уҙа. Миңлеғәли Шайморатов тураһында фильм башланыр алдынан һәм унан һуң музей хеҙмәткәрҙәре аңлатма биреп үтә.
Башҡортостандың Милли музейы «Музейҙарҙа берҙәм кинолекторий» акцияһын ойоштороусы булып сығыш яһай. Акция мәҙәни-мәғариф сифатҡа эйә һәм мәктәп уҡыусыларына, студенттарға иҫәпләнгән. Уның маҡсаты – балаларға, үҫмерҙәргә һәм йәштәргә музей саралары ярҙамында гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү, музейҙарҙы берләштереүгә һәм мәҙәни-аң-белем таратыу эшенең сифатын күтәреүгә булышлыҡ итеү. Акцияла ҡатнашыуға республиканың корпоратив, ведомство, шәхси музейҙар һәм клуб-ял итеү һәм китапхана учреждениеларына ингән музейҙар, ауыл күп функциялы клубтары саҡырыла.
http://www.bashinform.ru/news/1152504-v-muzeyakh-bashkortostana-pokazhut-dokumentalnyy-film-o-legendarnom-komdive-minigali-shaymuratove/
Автор:Әлфиә Әғлиуллина
Читайте нас: