07:30 (UTC+5), 03 Мая 2018

Баш ҡалала яҙыусылар һәләтле уҡыусылар һәм студенттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы

Леонид Соколов тәҡдим иткән
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан Яҙыусылар союзы булышлығында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Филологик белем биреү һәм мәҙәни-ара коммуникациялар институты, уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереү үҙәге «Ижад та, мөғжизә тыуҙырыу ҙа» республика әҙәби конкурсы лауреаттары булған 10-11-се класс уҡыусылары һәм студенттар өсөн «Әҙәби ижад оҫтаханаһы» дәресен үткәрҙе. Тәбрикләү һүҙҙәре менән Башҡорт дәүләт педагогия университетының Филологик белем биреү һәм мәҙәни-ара коммуникациялар институты директоры Хәлиҙә Ғәлимова сығыш яһаны. Әҙәби оҫтаханала ҡатнашыусылар программа етәксеһе, Башҡорт дәүләт педагогия университетының рус әҙәбиәте кафедраһы мөдире, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, бик күп халыҡ-ара әҙәби конкурстар лауреаты Александр Шуралёвтың әҙәби оҫталыҡ нигеҙҙәре, яҙыусының тел шәхесен булдырыу, әҙәби әҫәрҙең образлы системаһы һәм уны барлыҡҡа килтереү алымдары тураһында лекция тыңланы.
Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары Сергей Янаки һәм Леонид Соколов «Лирик әҫәрҙәрҙең һәм шиғри тәржемәнең художество үҙенсәлектәре», «Юмор һәм сатира әҫәрҙәренең художество үҙенсәлектәре» темаларына оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Яҙыусылар байтаҡ һорауҙарға яуап бирҙе һәм бик күп практик кәңәштәр бирҙе. М.В. Нестеров исемендәге музейға барыу оҫтаханала ҡатнашыусыларҙа сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы, тип хәбәр итте сараны ойоштороусылар.
http://www.bashinform.ru/news/1152647-v-ufe-pisateli-proveli-master-klass-dlya-odarennykh-shkolnikov-i-studentov-/
1 из 7
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика