14:49 (UTC+5), 03 Мая 2018

2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителә

ӨФӨ, 2018 йыл, 3 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителә. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Мәскәүҙәге Et Cetera театрының художество етәксеһе Александр Калягин менән осрашыуҙа белдерҙе.
Kremlin.ru сайты хәбәр итеүенсә, Александр Калягин Президентҡа театр эше мәсьәләләрен хәл итеүгә иғтибары өсөн рәхмәт әйтте. Калягин 2019 йылды Театр йылы тип иғлан итеү ошондай иғтибар күрһәтеүҙең береһе тип атаны.
«Театр, театр йәмәғәтселеге, мәҙәниәт, илебеҙ, тамашасылар өсөн. Сөнки театр – ул тамашасылар, күп миллионлы аудитория. Шуныһы мөһим: тамашасы театрға йөрөй. Театр йылында хәл итәһе мәсьәләләрҙән тыш, беҙ ниндәйҙер юл билдәләр һәм 2030 йылға тиклем стратегик план төҙөр инек, — тине Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе. – Проблемалар, ысынлап та, күп, әгәр Театр йылы тип иғлан ителә икән, бына мин ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын һәм театр йылын формалаштырыуға төп алымдар әҙерләнем».
Александр Калягин күпселек театрҙарҙың капиталь ремонтлауға мохтаж булыуы, эш хаҡын арттырыу һәм театрҙарҙың техник базаһын яңыртыу талап ителгәне хаҡында ла хәбәр итте.
http://www.bashinform.ru/news/1151949-2019-god-v-rossii-budet-obyavlen-godom-teatra-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика