11:30 (UTC+5), 28 Апреля 2018

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Бразилияға гастролдәргә юллана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Бразилияға гастролдәргә юллана. Гастролдәр 10 майҙан 31-енә тиклем дауам итә. Ансамбль артистары Рибейран-Прету, Сантос, Кампинас, Уберландия, Гояния, Витория, Рио-де-Жанейро, Ново-Хамбурго һәм Порту-Алегри ҡалаларында концерт менән сығыш яһай. Гастролгә 50 кеше бара.
«Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле 2015 йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарының мәҙәни программаһында әүҙем ҡатнашты. Саранан һуң коллектив етәкселегенә саммитта ҡатнашыусыларҙан ШОС һәм БРИКС илдәрендә ансамблдең гастролдәрен ойоштороу тураһында бик күп тәҡдимдәр килде», — тип хәбәр иттеләр ансамблдең матбуғат хеҙмәтенән.
Ғәскәровсылар Бразилияла Ғәскәровтың алтын фондынан башҡорт һәм Рәсәй халыҡтары бейеүҙәре ингән концерт программаһы менән Башҡортостан исеменән сығыш яһай.
Бейеүселәребеҙ тәүгеләрҙең береһе булып ер шарының бөтә континенттарында Башҡортостандың мәҙәни бәйләнештәрен асты. Фәйзи Ғәскәров ансамбле 70 йыл буйына донъя илдәрен башҡорт һәм күп милләтле Рәсәй мәҙәниәте менән таныштыра.
http://www.bashinform.ru/news/1151794-ansambl-narodnogo-tantsa-imeni-fayzi-gaskarova-vyezzhaet-na-gastroli-v-braziliyu-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика