03:00 (UTC+5), 28 Апреля 2018

Өфөлә «Открыткаларҙа Бөйөк Ватан һуғышы тарихы» күргәҙмәһе асыла

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Милли музейында «Открыткаларҙа Бөйөк Ватан һуғышы тарихы» күргәҙмәһе асыла. Коллекцияны Өфө филокартисы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Владимир Буравцов тәҡдим иткән. Күргәҙмә 3 майҙа асыла.
Экспозицияла бөтәһе 300-ҙән ашыу уникаль открытка бар. Үҙенсәлекле, бер нисә тиҫтә йыл дауамында йыйылған һуғышҡа арналған открыткалар коллекцияһы бөгөнгө көнгә байтаҡ төп ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирә: «Һуғыш алдынан», «Брест ҡәлғәһе», «Тәүге һуғыш саҡрымдары», «Мәскәүгә яҡынлашҡанда», «Ленинградты ҡамау», «Севастополде ҡурғау», «Сталинград алышы», «Киев янындағы һуғыш», «Курск дуғаһы», «Көнсығыш Европа илдәрен илбаҫарҙарҙан азат итеү».
Открыткалар йыйылмаһы «Һалдат хаттары», «Һалдат әсәләре», «Алыштан һуң ял», «Партизандар», «Һуғышта ҡатын-ҡыҙҙар», «Билдәһеҙ һалдат», «Еңеү!», «Еңеүселәрҙе ҡаршылау», «Һуғыш геройҙары» кеүек темаларҙы ла асып бирә.
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы темаһы һынлы сәнғәттең бөтә өлкәләрендә дә сағылыш тапҡан. Уның ваҡиғалары фильмдарҙа һәм театр постановкаларында, һүрәттәрҙә, графика серияларында, плакаттарҙа һәм открыткаларҙа асып бирелгән. Күргәҙмә тәҡдим ителгән художество открыткалары, почта карточкалары 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы алыштарының һәм еңеүҙәренең йылъяҙмаһы булып тора», — тип билдәләне ойоштороусылар.
http://www.bashinform.ru/news/1151263-v-ufe-otkryvaetsya-vystavka-istoriya-velikoy-otechestvennoy-voyny-v-otkrytkakh/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика