11:01 (UTC+5), 28 Апреля 2018

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Беренсе республика» тарихи нәфис фильмына кастингка саҡыралар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы һәм «Башҡортостан» киностудияһы «Беренсе республика» тарихи нәфис фильмына кастинг уҙғара. Сара 2 майҙа көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 8-гә тиклем дауам итә. Адресы: Цюрупа урамы, 9 (З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлеге). Кастингка биш йәштән 65 йәшкәсә актерҙар саҡырыла. Улар ике минутлыҡ сығыш: шиғыр, йыр, мәҫәл, проза әҫәрен әҙерләргә тейеш. Яттан һөйләү мотлаҡ. Башҡорт телен белеү, йыр-бейеүгә һәләт, музыкаль оҙатыу хуплана.
Кастингка 8-927-33-55-935 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт: https://vk.com/club150427413.
Фильмдың режиссеры — 12-нән ашыу тулы метражлы картиналар авторы, Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Булат Йосопов. Картинаның художество етәксеһе — Таңсулпан Бабичева — С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының актер оҫталығы һәм режиссура кафедраһы мөдире.
http://www.bashinform.ru/news/1151773-zhiteley-bashkortostana-priglashayut-na-kasting-v-istoricheskiy-khudozhestvennyy-film-pervaya-respub/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика