11:31 (UTC+5), 27 Апреля 2018

Лилиә Ғүмәрова «Ирәмәл» балалар халыҡ бейеүҙәре ансамблен 30 йыллығы менән ҡотланы

«Ирәмәл» балалар халыҡ бейеүҙәре ансамбленең «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмө
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова «Ирәмәл» балалар халыҡ бейеүҙәре ансамбле уҡытыусылары, хореографтары һәм тәрбиәләнеүселәрен коллективтың ойошторолоуына 30 йыл тулыу менән ҡотланы.
«Учалы районы Уральск ҡасабаһы «Ирәмәл» балалар халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сағыу ижади юлы күп йылдар буйы дауам итә. Бейеү коллективы байтаҡ республика, Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә үҙенең исемен намыҫ менән яҡланы. Йәш бейеүселәрҙең ижады Башҡортостандан тыш, республиканан ситтә лә тамашасыларҙы битараф ҡалдырмай. Утыҙ йыл эсендә өс меңдән ашыу йәш бейеүсе үҙҙәрен сәнғәттә уңышлы һынаны. Бөгөн дә «Ирәмәл» тәрбиәләнеүселәре һәләттәре менән хайран ҡалдырыуын, тыуған Учалыһын, Башҡортостанын данлауын дауам итә. Ошо әһәмиәтле көндә ансамблгә ихлас йөрәктән ижади уңыштар, бейеү сәнғәтендә яңы үрҙәр яулауын теләйем», – тиелә Башҡортостандан сенаторҙың ҡотлауында.
Белешмә. «Ирәмәл» халыҡ бейеүҙәре ансамбле 1988 йылда Уральск урта мәктәбендә ойошторолған. Ансамблдәге 7 төркөмдә 6-16 йәшлек 110-дан ашыу бала шөғөлләнә. Ансамбль бик күп район, республика конкурстарында, байрамдарҙа, концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. 2008 йылда «Звонкий каблучок» республика конкурсында Гран-приға, ә 2012 йылда беренсе урынға лайыҡ булды. Юғары художество кимәле һәм башҡарыу оҫталығы, балаларҙы художестволы тәрбиәләү буйынса әүҙем эш өсөн 1995 йылда ансамблгә «Башҡортостандың өлгөлө коллективы», 2004 йылда иһә «Рәсәйҙең өлгөлө коллективы» исеме бирелде.
http://www.bashinform.ru/news/1151204-liliya-gumerova-pozdravila-s-30-letiem-detskiy-ansambl-narodnogo-tantsa-iremel/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика