03:00 (UTC+5), 27 Апреля 2018

Инвалид балалар тураһында «Параллель донъялар» фильмының дауамы Ҡырымда төшөрөлә

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың проблемаларына арналған «Параллель донъялар» фильмының дауамы Ҡырымда төшөрөлә. Был турала проект авторы – «Беҙҙең киләсәк» фонды етәксеһе Гөлнара Хәмиева хәбәр итте.
Әлеге ваҡытта фильмды төшөрөүгә аҡса эҙләү, Симферополь отелдәре менән килешеүҙәр алып барыла. Яңы фильмда ике республика балалары төшөүе күҙаллана. Шулай уҡ унда тәүге фильмдағы балалар ҡатнашасаҡ.
2018 йылдың апрелендә Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә «Параллель донъялар» фильмын күрһәткән саҡта дауамын төшөрөү идеяһы килеп тыуа.
«Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергей Аксенов һәм оло йөрәкле меценат, «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйестәше Андрей Назаровтың ярҙамы менән показ ойошторолдо, — тип һөйләне Гөлнара Хәмиева. — Форумда фильм ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Һеҙҙең менән беҙҙең кеүек ҡайғыртыусан кешеләр булғанда донъя берҙәм, ә тура һыҙаттар тик параллель буласаҡ».
http://www.bashinform.ru/news/1150746-prodolzhenie-filma-parallelnye-miry-o-detyakh-invalidakh-budet-snimatsya-v-krymu/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика